Быйыл апрелдә башҡорт Википедияһы үҙенең 10 йыллыҡ юбилейын билдәләп, вики-һабантуй үткәргәйне. Сараға төрлө тарафтарҙан ҡунаҡтар килде. Яңыраҡ Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәре лә Эстонияның Тарту ҡалаһында вики-конференция ойошторҙо. Унда яҡташыбыҙ Зөфәр СӘЛИХОВ та ҡатнашҡан һәм, форсаттан файҙаланып, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың эҙҙәрен һаҡлаған Балтик диңгеҙе ярына барып еткән. Гәзит уҡыусылар иғтибарына һәүәҫкәр тарихсының тәьҫораттарын тәҡдим итәбеҙ. — Эстонияға барыу мөмкинлеге сыҡҡас, Эстония башҡорттары диаспораһы менән осрашыуҙы һәм Палдиски ҡалаһына барып етеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙым. Минең менән Украинанан Виктор Семенюк һәм Эстониянан Свен-Эрик Сосар ҙа барырға теләк белдерҙе. Улар менән Өфөлә үткән вики-һабантуйҙа танышҡайным.
Электр поезы менән Тарту ҡалаһынан Таллиннға барып төшөүгә, беҙҙе башҡорт егете Илнур Хәйруллин ҡаршы алды. Ул Эстонияла тыуған, әсәһе менән Таллиннда йәшәй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, башҡортса ла, урыҫса ла иркен һөйләшә, Таллинн университетының эстон филологияһы факультетында уҡый.
Палдиски портына еңел автомобиль менән барҙыҡ. Ҡала бик ҙур түгел, 5 мең самаһы ғына кеше йәшәй. Беҙҙе вице-мэр Елена Вильман ҡаршы алды. Ул ҡала хакимиәте фойеһында бер нисә йыл инде Салауат Юлаевтың музейы эшләүе хаҡында һөйләне, милли батырыбыҙ тураһында иҫтәлек һаҡлаған документтар һәм Башҡортостанға арналған экспозициялар барлығын әйтте.
Палдискиҙағы Салауат һәйкәле янында булғанда батырыбыҙҙың Өфөләге һыбай һыны алдында торғандай хис итәһең үҙеңде. Скульптор Тамара Нечаева һәйкәлгә тыуған илен, халҡын, телен яратҡан батыр образын һалыуға өлгәшкән. “Был — беҙҙең батырыбыҙ” тигән ғорурлыҡ биләй күңелде. Һәйкәл янында Илнур Салауат рухына доға уҡыны.
Ҡала вице-мэры Салауат менән бәйле тарихи урындарҙы күрһәтте. Балтик диңгеҙе буйындағы карьерҙа тотҡондар таш сығарған. Яр башында Салауат Юлаев тыуған яғын һағынып йырлар булған тигән хәтирәләр һаҡланған. Карьерҙан алынған таштарҙан каторжандар сиркәү һалған. Ауырлыҡтарға түҙә алмай үлгән тотҡондарҙы ошо ғибәҙәтхана эргәһендә ерләгәндәр. Салауаттың да ҡәбере ошонда, тип иҫбат итә урындағы тарихты өйрәнеүселәр.
Кисен Эстонияла эшләп килгән “Ағиҙел” башҡорт мәҙәни үҙәге етәксеһе Флүзә Хәйруллина үҙенә саҡырып алды. Ҡунаҡсыл хужабикә Европа аштарының, нисек кенә тәмле булмаһын, өс-дүрт көндә туйҙыра икәнен белә, ахырыһы — өҫтәлдәге ризыҡтар үҙебеҙсә әҙерләнгән ине. Осрашыуға башҡорт йәмәғәт ойошмаһының әүҙем ағзаһы Илшат Халиҡов та килде. Улар “Ағиҙел” башҡорт мәҙәни ойошмаһы үткәргән төрлө саралар тураһында һөйләне. Эстон һәм урыҫ телдәрендә “Салауат Юлаевты Эстония хәтерләй” тигән китап та нәшер иткәндәр. Башҡортса спектаклдәр, концерттар ҡуялар, Эстонияла үткән милли фестивалдә уңышлы ҡатнашалар.
Эстония Салауат эҙҙәрен һаҡлай. Мин ул ерҙәрҙе барып күреү бәхетенә өлгәштем. Яҡташтарыбыҙҙың “Беҙ – башҡортбоҙ!” – тип йәшәүен күреп, шатланып һәм ғорурланып ҡайттым.
К. ХУЖИНА яҙып алды.