Талантлы шағирә һәм билдәле йәмәғәт эшмәкәре Фирҙәүес Бәширова яңыраҡ үҙенең оло юбилейын билдәләне. Үкенескә ҡаршы, уның исеме беҙҙә һирәк телгә алына, сөнки яҙмыш юлдары шағирәбеҙҙе күп йылдар инде республикабыҙҙан ситтә йөрөтә. Өҫтәүенә ул үҙе лә — үтә тыйнаҡ, сабыр холоҡло, һөйкөмлө бер шәхес.
Яҙмыш, тинем. Был хаҡта шағирә ошондай фәһемле, тәрән мәғәнәле шиғыр юлдарында әйтеп бирә:Һәр кешегә тыуғанда уҡ
яҙмыш тигән
Тормош юлы билдәләнгән
Тәңребеҙҙән.
Ә шул юлды нисегерәк
итеп үтеү
Аҙмы-күпме тора әммә
үҙебеҙҙән!
Һай, афарин, шағирә! Нәҡ Ҡөрьән өйрәткәнсә әйтелгән дә баһа был һүҙҙәр. Ә уның үҙенең Тәңребеҙҙән бирелгән юлды нисек итеп үтә белеүе, минең аңлауымса, аҫыл милләтебеҙҙең мәртәбәһенә бары тик дан ғына өҫтәрлек ғүмер юлы ул. Был юлда үкенестәр ҙә, юғалтыу, табыштар ҙа аҙ булмағандыр. Ләкин бөтөн хикмәт әлеге шул юлды нисек итеп үтә белеүеңдәлер инде, әлбиттә. Фирҙәүестең автобиографик характерҙағы хикәйә һәм очерктарында мине тыуған ергә һөйөү, ата-әсәһенә, туғандарына, ауылдаштарына, күрше-күләндәренә тәрән хөрмәт тойғоһо һоҡландыра.
Аҙаҡ, ҡайҙа ғына йәшәһә лә, был илаһи тойғо уның күңелен яҡтыртып торғандай. Бына Ишембай эргәһендәге боронғо башҡорт ауылы Смаҡай. Ошонда ул 1945 йылдың 14 октябрендә яҡты донъяға күҙен асҡан. Ошо төбәктә Мәғрифә һәм Тимербулат Ғәлиевтәрҙең күп балалы иманлы, татыу ғаиләһендә үҫеп буй еткерә. Белем эстәүгә ынтылыш уны Силәбе тарафтарына алып килә. Ошо ҡалала ул педагогия институтында уҡый, студент сағында уҡ өс йыл буйы халҡыбыҙҙың илаһи йыр-моң төйәгендә — Арғаяш районының Бәжекәй һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә — балаларға һабаҡ бирә. Ғүмер юлының ҡыҫҡа ғына был миҙгеле Фирҙәүестең күңелендә айырыуса яҡты хәтирәләр ҡалдыра. Силәбелә ул күренекле шағир һәм музыкант Рамаҙан Шәғәлиев етәкселегендәге башҡорт-татар әҙәби түңәрәгенә йөрөй, Силәбе шағирҙарының коллектив йыйынтыҡтарында ижад емештәре баҫылып сыға. Ә Бәжекәй мәктәбе ул ваҡытта туған телгә, рухиәтебеҙгә тоғролоҡ йәһәтенән бөтөн районда айырылып тора. Башҡорт теле тип йәнен атып йәшәгән Рафаэль Мөхәмәтйәнов кеүек фиҙакәр уҡытыусылар менән бергә эшләй Фирҙәүес.
“Йәмле йәйҙәрҙә мөлдөрәп ятҡан зәңгәр күлдәре, төҙ һынлы йөҙйәшәр ҡарағайҙары, яланғас аяҡлы, бөҙрә сәсле аҡ ҡайындар менән дан тотҡан Силәбе яҡтары, әрһеҙ юртаҡтарҙың тояҡ тауыштарын, халҡымдың ҡурай моңон һәр ташына һеңдергән сал Урал – күңелемә иң яҡын урындарҙың береһе, — тип хисләнеп иҫкә ала ошо күлдәр илен, күп йылдар үткәс, инде Ҡазанда йәшәгән шағирә һәм ошолай тип дауам итә: — Уның ҡуйынына боронғо Ҡолой, Арғаяш кеүек бик күп ауылдар һыйған. Ә гүзәл Арғаяш күленә итәктәрен һалындырып ултырған Бәжекәй ауылы... үҙ ҡуйынына мине лә, йәп-йәш уҡытыусыны ла, һыйындырғайны...
Аҡ кирбестән яңы ғына төҙөлгән һигеҙ йыллыҡ мәктәп. Ғилми инәйҙең бәләкәй генә, ташландыҡ өйө... Ә күңелдең шишмә һыуылай саф, сабый сағы! Ошонда татыным мин хеҙмәт ләззәтен, халыҡ хөрмәтен, кеше бәхетен!” (Бәширова Ф. Төш: эссе // Илемдең төҫө мин. Өфө: Ғилем, 2005. 317-318-се биттәр).
Силәбелә үҙенең буласаҡ ғүмерлек юлдашын осрата Фирҙәүес. Хәләле Йәдкәр Бәшировҡа Силәбе политехник институтын тамамлау менән Бәләбәй “Автонормаль” заводына йүнәлтмә бирәләр. Энә ҡайҙа, еп тә шунда, әлбиттә. Фирҙәүестең артабанғы ғүмер юлы нәҡ ошо ҡала, ә һуңыраҡ атаҡлы Кама автозаводы төҙөлөшө барған Яр Саллы менән бәйле була. Ун биш йыл буйы ошо ҡалала йәшәп, бай тормош тәжрибәһе туплай Бәшировтар. 1991 йылдан бирле уларҙың хеҙмәт юлы Ҡазанда дауам итә. Татарстан Республикаһы Президенты Аппаратының милләт-ара мөнәсәбәттәр бүлеге референты, Рәсәй Федерацияһының Татарстан буйынса Төбәк һәм милли сәйәсәт министрлығы белгесе — бына ошондай яуаплы вазифалар атҡара Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙы. Тормоштоң алғы һыҙығында, ҙур ваҡиғалар эсендә ҡайнап йәшәү шағирәнең ижадына ла ғәйәт ҙур йоғонто яһай. Уның шиғырҙарында тәрән лиризм бер үк ваҡытта ил һәм кеше яҙмыштары тураһында фәлсәфәүи уйланыуҙар менән бергә үрелгән. Ысын-ысынында заманса яңғырашлы, халыҡсан, үткәндәрҙән, бөгөнгөнән киләсәккә төбәлгән шиғриәт ул. Сөнки:
Ҡат-ҡат ҡайтып, кешеләргә һәр саҡ
Үткәндәре баһа бирәсәк...
Ҡарындағы бала һымаҡ тыуа
Үткәндәрҙән беҙҙең киләсәк.
(“Үткәндәр”).
Үткәндәргә бик һирәк, бик кәрәк булғанда ғына әйләнеп ҡайта шағирә. “Тарих — тиңһеҙ хәтер һандығы ул”, “Тарих дөрөҫлөгө — шишмә шауы, көтмәгәндә быуаттарҙан бәреп сығыусы” тип раҫлауы ла барыбер әлеге шул заманса булыуы менән үҙенсәлекле. Заманса һәм алға әйҙәүсе көс ул беҙҙең тарихыбыҙ һәм тарихи шәхестәребеҙ.
Рухың алға әйҙәй: халҡың
Өс меңенсе йылға аяҡ баҫты.
Уның йәшәүендә һинең өлөш
Ҡолас йәйеп ятҡан Урал саҡлы.
(“Салауат батыр һәйкәле янында”).
Кешелек донъяһының инде хан заманда ҡалған алыҫ үткәндәре лә, әйтерһең, беҙҙең бөгөнгөбөҙ менән бергә йәшәй, бергә тын ала Фирҙәүестең шиғырҙарында:
Әйләнә Ер. Ерҙә тормош бара.
Йылдар уҙа теҙелеп сылбырҙай.
Йылдар аша Сократ, Ҡол Ғәлиҙәр:
“Хәлең нисек, Ер?” — тип һорайҙар.
Хәлдәр шулай — Ер әйләнә һаман.
Ойоп ята байтаҡ “вулкандар”...
Бөгөнгәсә Ерҙә еңеп килә
Йәшәр, һөйөр өсөн тыуғандар.
Эйе, шағирә үҙе лә нәҡ ана шул янып йәшәр, өҙөлөп һөйөр өсөн тыуғандар затынан. Ә уның һөйөүе — әсәләргә, кешегә, гүзәл тыуған еребеҙгә икһеҙ-сикһеҙ оло мөхәббәт хисе. “Тыуған илем — Урал, башҡорт ере! Торатауым — уның кендеге”, — тип ғәжәп киң ҡоласлы һәм образлы итеп билдәләй ул тыуған ер төшөнсәһен. “Торатауҙың түбәһенә мендем. Ләззәтләнеп, йәйрәп ултырам” тип башланған “Сәғәҙәт” тигән был шиғырҙы уҡыйым да ирекһеҙҙән, ниндәй бәхетле яҙмыш бүләк иткән Аллаһыбыҙ Фирҙәүескә тигән уйға киләм. Шиғыр ҙа бит бер ҙә юҡҡа “Сәғәҙәт” тип аталмаған. Ошо илаһи илдең ғәзиз бер балаһы, “баҡсалағы сут-сут иткән” йырсы ҡошо булыу, һүҙ ҙә юҡ, бәхет инде ул. Шуның өсөн дә, ҡайҙа ғына йәшәһә лә, тыуған ер һәр саҡ уның күңел түрендә, сөнки тамырҙары уның тыуған ерендә.
Тыуған ер, яҡташтарҙың яҙмышы һөйөндөрөү генә түгел, көйөндөрә лә шағирә күңелен. Йөҙҙәрсә йыл буйы гөрләп йәшәгән күпме ауылдарыбыҙ, ер-һыуҙарыбыҙҙың киләсәге өсөн күпме борсолабыҙ, хәүефләнәбеҙ һуңғы осорҙа. Бына тыныс йылдарҙа юҡҡа сыҡҡан ауылдар иҫтәлегенә реквием тип атарлыҡ шиғыр — “Етем нигеҙҙәр”:
Ҙур заводтар, һыуҙар баҫып алған
Нигеҙ, ҡәберлектәр аҙ түгел.
Тамырынан йолҡоп ырғытылған,
Ҡыйратылған күпме саф күңел!
Ә бит йәнле тәбиғәт, етем ҡалған ауылдар яҙмышы — бөтөн ил кимәлендә үтә лә ҡырҡыу, әленән-әле нығыраҡ үҙәккә үтә барған мөһим проблемаларҙың береһе. Статистика күрһәтеүенсә, Рәсәйҙә һуңғы сирек быуат ваҡыт эсендә тиҫтәләрсә мең ауыл йәшәүҙән туҡтаған. Өҫтәүенә һуңғы осорҙағы реформалар арҡаһында күпме ауыл халҡы, тыуған төйәген ташлап, ил буйлап ситкә сәселергә мәжбүр. Үҙе туған тәбиғәттең шифалы һыуҙарын эсеп, саф һауаларын һулап, ауылдаштарының яҡты ҡарашын тойоп үҫкән шағирә нәҡ шул хаҡта саң ҡаға бөгөн.
Заман күҙҙәренә тура ҡарап, үҙ һүҙеңде, үҙ фекереңде әйтә белеү һәр кемдән ғәйәт ҙур ҡыйыулыҡ һәм тәүәккәллек талап итә. Ә бының өсөн тейешле әҙерлек тә кәрәк, әлбиттә. Фирҙәүес Бәширова Рәсәйҙең яңы тарихында беҙҙең күҙ алдында булып үткән фажиғәле ваҡиға — мәғәнәһеҙ Чечен һуғышы — тураһында үҙенең йөрәк түренән сыҡҡан һүҙен әйтеп, ғәйәт ҙур ҡыйыулыҡ күрһәтте, үҙ халҡына үҙе туп аттырған дәүләт башлығының хатаһын һаташыу тип атаны. “Һаташыу” поэмаһының төп героиняһы — Чечняла берҙән-бер улы һәләк булған башҡорт ҡатыны Гөлназ. “Һай, Азатым минең — күҙ алмам, биҙрәп бөттөм, ҡайҙа һин, балам?” – тип өҙгөләнә ул. Йөҙәрләгән һалдат әсәләре һымаҡ, Гөлназ да, улын эҙләп, Чечняға ла сығып китә, күпме ишектәрҙе ҡаға, хаттар яҙа, күпме тупһаларҙы тапай. Әммә бына бер мәл “ҡурғаш табут ҡайта, ә табутта Азат ҡайта тыуған яғына”. Илебеҙҙә, еребеҙҙә ғүмерҙә лә уңалмаҫ йөрәк яралары булып ҡала тарихтың был ҡанлы бер бите.
Фирҙәүес Бәширова әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та туған халҡына тоғро хеҙмәт итә. 1998 йылдан бирле ул — Ҡазан ҡалаһы башҡорттарының милли-мәҙәни автономияһы етәксеһе, 2002 – 2012 йылдарҙа иһә Татарстандағы башҡорттар ҡоролтайының рәйесе булды. Шағирә — шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы. Әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Рәшит ШӘКҮР,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.