Ташламалар барлығын беләләрме?18.11.2015
Беҙҙең ауылда шәхси крәҫтиән хужалыҡтарын берләштереп, колхозлаштырыу барған осор. Ауылдар ҙа берләштерелә. Маныштыла артель төҙөйҙәр. Аттарҙы унда алалар. Тик яңы хужалыҡ оҙаҡ йәшәй алмай, сөнки ауыл тирәһендә ҙур яландар юҡ, тирә-яҡты урман һәм тауҙар биләй.
1929 – 1930 йылдарҙа хәлле йәшәгәндәрҙе ҡулға ала башлайҙар. Беҙҙең ауылдан Миһран Басиров, Ғимран Басиров, Сәфәрғолдан Рамаҙан Аҙнабаев тәүгеләрҙән булып эләгә. Уларҙы ғәйептәре юҡ тип ике-өс йылдан һуң кире ҡайтаралар. 1937 йылда репрессия яңынан башлана. Һәр райондан, ауылдан тиҫтәләрсә кеше ҡулға алына. Һис кемде аяп тормайҙар. Ҡулға алынғандарҙың күбеһе унар йылға һөргөнгә ебәрелә, ә ҡайһылары атырға хөкөм ителә.
Атайым Мөхитдин Миһранов 1903 йылда тыуған. Уның менән бергә ҡустылары Әҡсән һәм Саҙретдин һөргөнгә оҙатыла. Уларҙың бөтәһенә лә унар йыл бирәләр. Атайым 1942 йылда Коми АССР-ына ебәрелә, ләкин унда барып етә алмай, юлда үлеп ҡала, кәүҙәһен ташлап китәләр. Ҡайҙа ерләнгәне әлегәсә билдәһеҙ.
Ҡулға алынғандарға, башҡа һыймаҫлыҡ, бер үк төрлө һәм мәғәнәһеҙ ғәйеп тағыла. Тотҡондар ҡот осҡос кәмһетелеүҙәр һәм ғазаптар кисерә.
Беҙҙең Белорет районында ла һөргөнгә ебәрелгән кешеләр йәшәгән. Нураға – 1753, Көҙйылғаға – 1055, Урта Төлмәйгә – 656, Йырматауға 800 ғаилә оҙатылған. Һәр һанды йәнә 5-6 тапҡырға ҡабатларға кәрәк, сөнки һәр ғаилә ишле балалы булған.
Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1991 йылдың 11 февралендәге ҡарары менән һөргөнгә ебәрелгәндәргә күп кенә льготалар ҡаралғайны. Сәйәси золом ҡорбандары бик әҙ ҡалды инде, улар ошо ташламалар хаҡында беләме һәм файҙаланамы? Хәйер, хоҡуҡтан файҙаланыу әле лә һуң түгелдер.