Баһаһын арттырыу өсөн18.11.2015
25 ноябрҙә Өфөләге “ВДНХ-Экспо” майҙансығында тәүге тапҡыр “Хеҙмәт кешеһе” фестивале ойошторола.
Был ҙур сара эшсе кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләһен хәл итеүгә, ошондай һөнәрҙәрҙең абруйын арттырыуға йүнәлтелә. Фестиваль барышында флешмобтар, интерактив майҙансыҡтар, инновациялы йүнәлештәр менән таныштырыу саралары, викториналар, һөнәри тест, төрлө күргәҙмә үткәреү күҙаллана. Кескәйҙәр өсөн “эшселәр ҡаласығы” асыласаҡ. Өлкән класс уҡыусыларына иһә үҙен токарь, иретеп йәбештереүсе, көршәк яһаусы, водитель йәки ювелир сифатында һынап ҡарау мөмкинлеге бирелә. Форум программаһында шулай уҡ йәштәрҙе эшсе һөнәрҙәренә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән оҫталыҡ дәрестәре, “түңәрәк өҫтәл”дәр ойоштороу ҡарала. Бынан тыш, ҙур концерт, иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙе ҡотлау тантанаһы ла буласаҡ.
Сарала меңдән ашыу уҡыусы һәм студенттың, дәүләт һәм муниципаль власть органдары, ҙур сәнәғәт компаниялары, профсоюз ойошмалары вәкилдәренең, эксперттарҙың ҡатнашыуы көтөлә.