Тауар әйләнеше яйға һалынғас...18.11.2015
Башҡортостандағы сауҙа кәштәләрен Әрмәнстандағы эшкәртеү предприятиеларынан килтерелгән аҙыҡ-түлек тулыландырасаҡ.
Республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, төбәгебеҙҙән делегация Кавказда булып, ошо йәһәттән һөйләшеп ҡайтҡан. Улар емеш-еләк, йәшелсә һәм балыҡ эшкәртеү буйынса “Двин Гудс” холдингында, “Арарат” комбинатында, “Бекон” фирмаһында, “Спайка” һәм “Евротерм” логистика предприятиеларында булған.
Ведомствола әйтеүҙәренсә, Әрмәнстанды Евразия иҡтисади союзының таможня протоколына ҡушыу һөҙөмтәһендә тауар әйләнеше яйға һалынды. Беҙҙең төбәк баҙарына конкурентлыҡ ҡеүәһенә эйә булған байтаҡ аҙыҡ-түлек килтереләсәк. Әрмәнстан тауарҙарын Татарстанға, Пермь крайына, Силәбе һәм Свердловск өлкәләренә лә сығарыу мөмкинлеге ҡарала.