Ҡайһы биләмәләр иң төҙөгө?18.11.2015
Ил Хөкүмәте “Рәсәйҙең иң төҙөк ҡала (ауыл) биләмәһе” исемле конкурсҡа йомғаҡты раҫланы.

Бәйгелә илебеҙҙең 17 төбәгенән 69 биләмә ҡат­на­шырға теләк белдергәйне. Конкурс комиссияһы ағзалары улар­ҙа­ғы төҙөкләндереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫ­тереү күр­һәткестәрен ҡарағандан һуң еңеүсене билдәләне. 100 мең­дән күберәк кеше йәшәгән ҡалалар араһында Октябрьский иң төҙөгө тип танылды, ә Стәрлетамаҡ өсөнсө баҫҡысты яуланы. 100 меңгә тиклем халҡы булғандар араһында Туймазы икенсе урынға лайыҡ булды. Әбйәлил районы үҙәге Асҡар иһә иң төҙөк ауыл биләмәһе тип билдәләнде.
Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүселәргә ил Хөкүмәте дипломдары тапшырыласаҡ.



Вернуться назад