Һәр төбәккә — терәк18.11.2015
Башҡортостан Хөкүмәте бойороғона ярашлы, иҡтисадтың һөҙөмтәле үҫешен һәм социаль тотороҡлолоҡто тәьмин итеү сараларын тормошҡа ашырыу маҡсатында Премьер-министр урынбаҫарҙары һәм республика башҡарма власть органдары етәкселәре район-ҡалаларға беркетелде.
Мәҫәлән, беренсе вице-премьер Рөстәм Мәрҙәнов — Белорет, Өфө райондарын һәм баш ҡалабыҙҙы, вице-премьер Марат Мәһәҙиев — Дәүләкән, Шишмә райондарын һәм Салауат ҡалаһын, Владимир Нагорный — Бәләбәй, Йәрмәкәй, Туймазы райондарын һәм Октябрьский ҡалаһын, Салауат Сәғитов — Ауырғазы, Ғафури, Ишембай райондарын, Илшат Тажетдинов — Баймаҡ, Хәйбулла райондарын һәм Сибай ҡалаһын, Илдар Тимерғәлин — Бүздәк, Илеш, Стәрлетамаҡ, Саҡмағош райондарын, Дмитрий Шаронов Стәрлетамаҡ, Ағиҙел, Нефтекама ҡалаларын һәм Краснокама районын хәстәрләйәсәк. Төбәктәрҙең һәм күҙәтеүселәрҙең тулы исемлеге менән Башҡортостандағы хоҡуҡи мәғлүмәт порталында танышырға мөмкин.