Рәсәйҙең Федераль һалым хеҙмәте ойошторолоуға – 25 йыл. Ошо осорҙа ведомство илдә һалым системаһын формалаштырыуҙа, был тармаҡта закондар үтәлешен тәьмин итеүгә тос өлөш индерҙе.Байрамға арналған тантанала республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотлап, уларҙың эшмәкәрлегенең әһәмиәте хаҡында бәйән итте, уңыштар теләне, алдынғыларға дәүләт наградаларын тапшырҙы.
– Хеҙмәтегеҙ менән илдең именлеген тәьмин итеүгә, иҡтисадты нығытыуға, ҡаҙнаны туплауға ҙур өлөш индерәһегеҙ, төрлө социаль программаларҙы уңышлы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәһегеҙ, – тине Рөстәм Зәки улы.
Башҡортостан тәү көндәрҙән үк Рәсәй төбәктәре араһында һалым системаһын формалаштырыуҙа алдынғылар рәтендә бара. Матди-техник базаны нығытыуға, белгестәр әҙерләүгә, торлаҡ төҙөүгә ҙур иғтибар бирелә, заманса эш алымдары әүҙем ҡулланыла. Республиканың алдынғы тәжрибәһен башҡа төбәктәр әүҙем ҡуллана.
Ойошмала йәш белгестәрҙе үҫтереүгә етди иғтибар бирелә. Быйыл, мәҫәлән, 65 ҡыҙ һәм егет эшкә алынған.