Бәлки, бынан ары тынырҙар?18.11.2015
Бәлки, бынан ары тынырҙар? Улар Ер йөҙөндә дүртәү генә ине. Дүрт бер туған... Торатау, Ҡуштау, Йөрәктау һәм Шәкетау... Һуңғыһы күптән юҡ инде хәҙер. Торатауға ла өмөт иткәйнеләр, килеп сыҡманы. Дөрөҫөрәге, һаҡлап алып ҡалдыҡ... шикелле. Өсәү генә ҡалдылар... Өс таған...


Шихандарҙы эшкәртеү яңы Башҡортостан тарихында иң оҙайлы һәм сетерекле мәсьәлә булып ҡала. Рухыбыҙға һынау булды ул. “Сода” асыҡ акционер­ҙар йәмғиәте тауҙы сеймал була­раҡ эшкәртеп, уның ҡалдыҡтарын яңынан өйөп, каркастар ҡуйып, тирә-яғын йәшелләндереп ҡуйыр­ға тигән бөтөнләй башҡа һый­маҫлыҡ тәҡдимдәр менән сығыш яһағанда ла, предприятие хужалары: “Ҡаланың эшкә һәләтле ун меңгә яҡын халҡы — хеҙмәт урын­һыҙ, бихисап ғаилә аҡсаһыҙ ҡаласаҡ!” — тип янағанда ла, “Тора­тауҙы бирмәһәгеҙ, “Сода”ны ябабыҙ!” — тип ҡурҡытҡанда ла һынманыҡ. Ата-бабалар рухы, тыуған ергә һөйөү һәм ихтирам, тарихҡа тоғролоҡ һынырға ирек бирмәне...
Ә бит төшөнкөлөккә бирелер­ҙәй саҡтар ҙа аҙ булманы. Хәте­рем яңылышмаһа, 2009 йылда “Башҡортостандың ете мөғжизә­һе” телевизион конкурсы барышында Торатау өсөн дәррәү та­уыш бирергә, ошо юл менән из­ге тауыбыҙҙы ҡомартҡылар исем­легенә индереп, капиталистарҙың һөжүменән һаҡлап алып ҡалырға мөмкинлегебеҙ бар ине. Рейтинг­тың иң юғары баҫҡысында барған Торатауҙың акцияның иң аҙағын­да төшөп ҡалыуы башҡа һыймаҫ­лыҡ хәл булды. Башҡорт ерендә генә түгел, тотош донъяла иң боронғо тауҙарҙың береһенең хазиналар исемлегенә инмәүенә нимә сәбәп булды һуң ул саҡта?.. Беләм, һорау урынһыҙ һәм ваҡыт­һыҙ яңғырай кеүек был осраҡта. Әммә ысынбарлыҡ рухыбыҙҙы “кимерә” төҫлө...
Артабан иһә “теләк-тәҡдим­дәрҙе” иҫәпһеҙ-һанһыҙ акциялар, митингтар, ижтимағи-мәҙәни саралар алмаштырҙы... Һәм бөгөн килеп республика Башлығының көслө һәм ихтыярлы аҙымы күп нәмәгә асыҡлыҡ индерҙе: “Баш­ҡортостанда махсус һаҡланған тәбиғәт объектынан тыш, “Баш­ҡорт­остан сода компанияһы” өсөн эзбизташ сеймалының башҡа сығанаҡтары ла бар. Торатау сей­малға эшкәртелмәйәсәк”, — тине Рөстәм Хәмитов.
Сетерекле мәсьәләнең иғтибар үҙәгенә ҡуйылыуы, изге тауы­быҙ­ҙың дәүләт тарафынан яҡланыуы һәм һаҡланыуы ҙур өмөттәр уят­ты. Бәлки, бынан ары тынырҙар? Әммә оҙаҡҡамы?..



Рәшит ХӘЙРУЛЛИН,
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Сәнәғәт, инновация үҫеше һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет рәйесе:


— “Башҡортостан сода компанияһы” өсөн Торатау тәү сиратта предприятиеға яҡын урынлашыуы менән ҡиммәт. Тик был изге тауҙың 1965 йылда Башҡортостандың айырыуса һаҡланған тәбиғәт объекттары реестрына индерелеүен дә оноторға ярамай. Хоҡуҡи дәүләттә берәүҙең дә — республика башлығының да, предприятие хужаларының да, халыҡтың да — ҡануниәтте боҙорға хаҡы юҡ.
Әлбиттә, сәнәғәтте һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе лә бик мөһим. Компания республика өсөн ҙур әһәмиәткә эйә: тотороҡло үҫешә, һалым түләй, меңдәрсә кешегә эш урыны булдырған. Эйе, предприятиены сеймал менән тәьмин итеү ауыр буласаҡ — ятҡылыҡ ни тиклем алыҫта урынлашһа, технологик алымдарҙы ла шул тиклем көйләргә тура киләсәк. Ә был – өҫтәмә сығым кәрәк тигән һүҙ. Әммә башҡаса юл юҡ. Республика Башлығы дөрөҫ әйтте: Торатау – сеймал түгел, ҡомартҡы! Эзбизташ сеймалының башҡа сығанаҡтары ла бар бит.

Камил ЙЫҺАНШИН,
Урыҫ география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе:


— Шихандарҙа ҡаҙыу эштәре алып барыуға ҡырҡа ҡаршымын. Улар бит — үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡылары, пермь осоронан ҡалған һәм хәҙерге ваҡытта ер өҫтөнә яланғасланып ҡалҡҡан рифтар. Улар 250 миллион йыл самаһы элек һай һыулы диңгеҙ төбөндә барлыҡҡа килгән. Нисек тота килеп уларҙы шартлатыу тураһында һүҙ алып барырға мөмкин?! Ә “Сода” өсөн Торатауҙан башҡа ла сеймал мәсьәләһен хәл итеү юлы бар. Сираттағы кәңәшмәләрҙең береһендә предприятие хужаларына заводтан 70 километр алыҫлыҡта ятҡан ятҡылыҡты тәҡдим иткәйнеләр инде. Әммә улары баш тартты, сөнки өҫтәмә сығымдар талап ителә. Ҡыҫҡаһы, акционерҙар тәбиғәт ҡомартҡыһы иҫәбенә эш итергә теләгәйне лә, килеп сыҡманы. Республика Башлығына рәхмәт! Күптән көтә инек был һүҙҙәрҙе.

Рузалия ХИСМӘТУЛЛИНА,
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Бюджет, һалым, инвес­тиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш буйынса комитет рәйесе:


— Шихандарҙы эшкәртеүгә ҡағылышлы фекер алышыуҙарҙа тәүҙәрәк башлыса хис-тойғо өҫтөнлөк итһә, хәҙер иһә — барыһы ла нигеҙле. Бөгөн “Башҡортостан сода компанияһы”ның рентабелле, килемле, тотороҡло үҫеше республика халҡын ғына түгел, шул уҡ Торатауҙы һаҡлаусыларҙы ла ҡыҙыҡһындыра. Минеңсә, Рөстәм Хәмитовтың һүҙҙәре — уның компания менән эшләргә теләмәүе түгел, ә альтернатив сығанаҡтар эҙләргә теләүе. Республика етәкселеге менән “Башҡортостан сода компанияһы” хужалары алтын урталыҡты табыр, мәсьәлә эшселәр өсөн дә, тәбиғәт һаҡсылары өсөн дә ыңғай хәл ителер тигән ышаныстамын.

Айгөл БАТЫРШИНА,
эшҡыуар:


— Мәктәптә уҡыған саҡта йыл һайын класыбыҙ менән яҙлы-көҙлө Торатау башына менеп, унда милли уйындар уйнау, рәхәтләнеп ял итеү матур йолаға әүерелгәйне. Шул мәлдәр күңелдә йылы хәтирә булып һаҡлана. Әле лә ғаиләбеҙ менән хозур тау итәгенә барып, көс-дәрт туплап ҡайтабыҙ. Халҡыбыҙҙың ғорурлығы булған мөғжизәле тәбиғәт хазинаһы шәхси ҡулдарҙа түгел, ә халыҡтыҡы булырға тейеш тип иҫәпләйем.


Вернуться назад