Әле XI класс уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханына инеү хоҡуғы алыу өсөн йомғаҡлау иншаһы яҙырға әҙерләнә. Мәғлүм булыуынса, һынауҙың бындай төрө уҙған уҡыу йылында башланғайны. Быйылғы имтихан 2 декабргә тәғәйенләнгән.Иншаға билдә ҡуйылмай, ул зачет рәүешендә баһалана. Уҡыусы был имтиханды тапшыра алмаһа, февралдең һәм майҙың тәүге шаршамбыһында көсөн йәнә һынап ҡарау мөмкинлеге бирелә. Әгәр инде унда ла ҡуйылған һөҙөмтәгә өлгәшмәһә, БДИ-ға индерелмәйәсәк.
Рәсми сайттарҙа иншаларҙың тематик йүнәлештәре, эште баһалау шарттары хаҡында мәғлүмәт алдан ҡуйылды, ил төбәктәренә һынауҙы ойоштороу һәм үткәреү йәһәтенән методик белешмәләр ебәрелде. Ижади эштең уртаса күләме 350 һүҙ булырға тейеш. Башҡарылыу ваҡыты – өс сәғәт һәм 55 минут. Һынау тотоусылар комиссия ағзалары тарафынан бирелгән орфография һүҙлеген файҙалана ала.
Уҡыусыға иншаның һөҙөмтәһе юғары уҡыу йортона ингәндә кәрәк булыуы ихтимал. Шулай уҡ урыҫ теле буйынса төп имтиханға 10 балл өҫтәтеү мөмкинлеге бар. Һынау һөҙөмтәһе дүрт йыл һаҡлана, юғары уҡыу йортоноң ҡабул итеү комиссияһы ағзалары, БДИ порталына инеп, һәр иншаның йөкмәткеһе менән таныша ала, йәғни эште яңынан башҡарырға кәрәкмәй.
Республиканың педагогик йәмғиәте башланғысты хуплап ҡаршы алды. Уларҙың фекеренсә, уҡыусы инша яҙырға, фекерен матур итеп еткерә белергә тейеш. Йәштәрҙе нәфис әҙәбиәткә ылыҡтырыу, уларҙың грамоталылығын үҫтереү мөһим.
Тик бына мәктәп балаһы өсөн һынауҙар артыҡ күп булып китмәнеме икән? Әллә “шаңҡытыу терапияһы” ысынлап та кәрәкме? Бер аҙҙан инша алдынан тупһа рәүешендә математика буйынса имтихан ҡуймаҫтар, тимә. Урыҫ халыҡ әкиәтендәге һымаҡ: тау үрендә – ағас, ағас башында – оя, уның эсендә – өйрәк... Бындай һынауҙарҙың ахыры ла әкиәттәгеләй күңелле генә булып торһа ярай ҙа.