Һынамыштар01.03.2012
Беренсе мартта ел иҫеп торһа, бөтөн йәй елле булыр.
Көн ҡояшлы, елһеҙ булһа, яҙ, йәй яҡшы булыр, иген уңыр.
* * *
Ҡар ағасҡа йәбешеп торһа, көн епшетер.
* * *
Март башында тамсы тамһа, йәй яҡшы килә.
* * *
Март сыҡмай – дәрт сыҡмай.
* * *
Мартта йылы булһа, йыл һалҡын була.
* * *
Мартта көн менән төн тиңләшә.
* * *
Марттың шартын апрель сығарыр.
* * *
Яҙ иртә килһә, ашлыҡ уңыр.
* * *
Иртә яҙҙа төндәр һалҡын була,
Күңел күптән йылы һағынған;
Шуғалыр ҙа марттың елдәренә
Боҙ иретер өмөт һалынған.

(Фәниә Ғәбиҙуллина).


Вернуться назад