Учалы ҡалаһының урамы "Башҡортостан" гәзитенең журналисы исемен йөрөтәсәк16.11.2015
Учалы ҡалаһының урамы "Башҡортостан" гәзитенең журналисы исемен йөрөтәсәк Ошо көндәрҙә Учалы ҡалаһында Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Муса Мортазин исемендәге премиялар лауреаты, яҙыусы, журналист Рәүеф Насыровтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған сара уҙҙы. Өфө, Учалы, Белорет ҡала һәм райондарынан билдәле әҙиптәр, хеҙмәттәштәре, тормош иптәше һәм туғандары сығыш яһаны, яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты. Учалы яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Әҡлимә Сафина тәҡдиме менән, ҡаланың бер урамына уның исеме бирелде.
Шакирйән Мөхәмәтйәновтың исемен тыуған еренә ҡайтарған Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Рәүеф Насыров та, әҙәбиәт йылында үҙ төйәгенә ҡайтыуы символик мәғәнәгә эйәлер.
Арҙаҡлы улын ил онотмай!


Вернуться назад