Ғүмерҙе кире ҡайтарып булмай14.11.2015
Ғүмерҙе кире ҡайтарып булмай Юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу көнө алдынан матбуғат саралары хәбәрселәре менән осрашыуҙы Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы, полиция полковнигы Динар Ғилметдинов йолаға әүерелдерҙе.
Шунһыҙ мөмкин дә түгелдер, доға ҡа­батлағандан иҫкермәй, тигәндәй, юл ҡағи­ҙә­ләрен боҙоуҙың, тиҙлекте арттырыуҙың ниндәй фажиғәгә килтереүе ихтимал икәнлеген йәмғиәткә йышыраҡ ишетте­реү – көн талабы. Сөнки көн һайын тиерлек юл-транспорт ваҡиғаһы шаһиты булабыҙ, әм­мә уларҙың һаны әллә ни кәмемәй, ара­быҙҙа иҫерек килеш рулгә ултырыусылар һаны буйынса быйыл Рәсәй төбәктәре араһында беренселекте яулағанбыҙ. Уйланырға урын бар...
Матбуғат конференцияһы, башҡа йыл­да­ғыларҙан айырмалы, ҡунаҡтарҙың күп­ле­ге менән айырылып торҙо. Был юлы Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау ми­нистр­лығы, юлсылар, ҡотҡарыусылар һәм башҡа ведомство вәкилдәре ҡатнашты. Сараны Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ирек Зарипов асты:
– Бынан теүәл 15 йыл элек 13 сен­тябр­ҙә юл-транспорт фажиғәһенә эләгеп, ике аяғымды юғалттым. Ул саҡ­та миңә 17 йәш ине. Гөрләп торған тормошом, ҡорған хы­ялдарымдың барыһы ла селпәрәмә килде. Яңынан йәшәргә өйрәндем. Был авария минең тормошомдо ҡырҡа үҙгәртте. Үҙем­дә көс табып, хәҙер йәнә рулгә ултырҙым. Шулай ҙа балаларымды һаҡ булырға өндәйем, юл ҡағиҙәләрен бергәләп өйрә­нәбеҙ. Ата-әсә һәр ваҡыт үҙҙәренә йөк­мәтелгән бурысты еренә еткереп үтәргә тейеш. Баланы машинаға ултыртҡанда, уны крес­лоға беркетеү бер минутлыҡ эш бит. Ә ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа, был ғүмерҙе ҡотҡарып ҡаласаҡ.
Йыл башынан республикала 3 763 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 500-ҙән ашыу кеше һәләк булған, 4 705-е төрлө тән йәрәхәттәре алған. Рулдә иҫе­рек килеш 316 кеше тотолған, уларҙың 51-е авария урынында һәләк булған, 441-е ҡазаланған.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм камералар тарафынан ике миллиондан ашыу юл ҡағиҙәһен боҙоу осрағы теркәлгән, 1 миллиард 307 миллион һумлыҡ штраф һалынған.
Балалар ҡатнашлығында 360 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. 21 бала һәләк булған, 400-ө йәрәхәтләнгән. Шуныһы үке­несле: бындай авариялар һаны бы­йыл артҡан.
Транспортта, хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмайынса, тиҙлекте арттырып, свето­фор­ҙың ҡыҙыл билдәһенә үтеп, йәғни юл­ды тейеш булмаған урындан йүгереп сы­ғып, күптәребеҙ көн дә административ хоҡуҡ боҙа. Штрафты түләргә һәм юлды артабан дауам итергә мөмкин, ә ғүмерҙе һатып алып булмай. Шуға ла водителме һеҙ, йәйәүлеме – юл хәрәкәтендә ҡатна­шыу­сыға сабырлыҡ һәм хөрмәт менән ҡарағыҙ, ҡағиҙәләрҙе аныҡ үтәгеҙ!




Вернуться назад