Мәскәү китә ҡыҙҙар, егеттәр...14.11.2015
Мәскәү китә ҡыҙҙар, егеттәр...йәки Ниңә абитуриенттар уҙебеҙҙә ҡалмай?
Мәктәпте яҡшы һөҙөмтәгә тамамлағандар ниңә фәҡәт Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы юғары уҡыу йорттарына инергә тырыша? Өфөләге университет менән институттарҙың абруйы нилектән түбәнәйә? Беҙҙә белгестәр әҙерләү кимәле ниндәй, ул предприятиелар менән ойошмаларҙы ҡәнәғәтләндерәме?



Күптән түгел Өфөлә уҙғарылған матбуғат конференцияһында һүҙ ошо мәсьәләләр тураһында барҙы. Һөйләшеү барышында аңлашылыуынса, был республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттары өсөн ауырлыҡ тыуҙыра, белемле абитуриенттар уларға ла кәрәк. Ә егет һәм ҡыҙҙарҙы Өфө бигүк ҡыҙыҡһын­дырмай...
30 июндә Башҡортостандың ул саҡ­тағы мәғариф министры Әлфис Ғаязов матбуғат конференцияһында белдере­үенсә, быйыл республикабыҙ мәктәп­тәрен 21 557 бала тамамлаған. Ә юғары уҡыу йорттарындағы бюджет урындары 13 мең генә булды. Юғары белем алырға ынтылыусылар араһында бынан тыш мәктәпте элегерәк тамамлағандар ҙа, махсус урта уҡыу йорттарынан килеү­селәр ҙә бар бит. Тимәк, бюджет урындарына абитуриенттарҙың яртыһы самаһы ғына дәғүә итә ала.
Демографик хәлдең насарайыуы беҙҙәге юғары уҡыу йорттарының Мәскәү менән конкурентлыҡта отолоуына килтерә. Киләһе йыл, мәҫәлән, мәктәпте тағы ла аҙыраҡ – 17 мең генә уҡыусы тамамлаясаҡ. Ә абитуриенттар бөтәһенә лә кәрәк.
Башҡортостандың Мәғариф министр­лығы, Башҡорт дәүләт университеты, Көнсығыш экстерн гуманитар университеты, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университе­ты­ның Өфө филиалы вәкилдәре матбуғат конференцияһында ҡатнашыусыларға үҙ уҡыу йорттарының бөгөнгө мөмкин­лектәре тураһында һөйләне. Улар аңлатыуынса, беҙҙәге белем усаҡтары һис тә Мәскәүҙәгенән ҡалышмай. Ләкин бәлә шунда: республика халҡы улар тураһындағы тулы мәғлүмәткә эйә түгел. Башҡорт дәүләт университеты, мәҫәлән, сит илдәрҙең юғары уҡыу йорттары менән студенттар алмашыу буйынса байтаҡ тәжрибә туплаған. “Әммә был турала БДУ-нан ситтә һис бер ниндәй мәғлүмәт табырлыҡ түгел”, – тип дәғүә белдерҙе университет вәкиле. Ҡытайҙан ғына ла алты университет улар менән хеҙмәттәшлек итә икән. Тимәк, беҙҙә үҙҙәрен күрһәтә белеү оҫталығында, йәғни баҙар иҡтисады өсөн мөһим булған “PR-эшмәкәрлек”тә, тәжрибә йыяһы бар әле.
“Мәскәүҙә беренсе йәки икенсе курсты тамамлағандан һуң артабан Өфөлә уҡырға теләүселәр һаны ла арта башланы”, тигән фекер ҙә әйтелде әңгәмәлә. Әммә уның төп сәбәбе финанс мәсьә­ләһенә ҡайтып ҡала икән. Икенсе төрлө әйткәндә, беҙҙең был егеттәр һәм ҡыҙ­ҙарға баш ҡала шарттарындағы көн­күреш ауырлыҡтары, атай-әсәйҙән ситтә аҡсаһыҙ йәшәү ҡамасаулай. Өфөләге кеүек теләгән бер ял көнөндә ауылға ҡайтып әйләнеп булмай бит. Ә кибет­тәрҙә хаҡтар юғары. Тик быныһы инде уҡыу сифатына ҡағылышлы күрһәткес түгел.
Көнкүреш тигәндәй, был мәсьәләне хәл итеүе студенттарға ғына түгел, ә дипломлы йәш белгестәргә лә ауырға тура килә. Әлбиттә, артабан атай-әсәй йортонда йәшәүҙе планлаштырмаһалар.
– Белгестәрҙең көнкүреш шарттары – беҙҙең башты ауырттырған төп мәсьәлә, – тип аңлатты медицина университе­тының өҫтәмә һөнәри белем биреү институты директоры Виталий Викторов. – Шуға күрә урындағы социаль пакеттың ниндәй булыуына тәү сиратта иғтибар итәбеҙ. “Миллион һумлы табип” тип әйтәләр ҙә ул, ләкин район үҙәгендәге дауаханаға килгән йәш белгес был аҡсаға нимә генә алһын инде? Автомобиль генә булмаһа...
Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҙур ҡалаларға барыусы абитуриенттар, әйтеүҙәренсә, тап ошо юҫыҡта уйлай ҙа инде: диплом алғандан һуң ҡайҙа эшкә барырға, ниндәй шарттарҙа йәшәргә һәм ҡайһы мөхиттә уңышлы карьера төҙөргә? Мәскәү­ҙәге эш хаҡтары, шәхескә үҙен күр­һәтеү мөм­кин­леген бир­гән шарттар Рә­сәйҙең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда барыбер күпкә өҫтөнөрәк. Ләкин йәштәрҙең тормош тәжрибәһе әлегә ҙур түгел, шуға күрә улар Берҙәм дәүләт имтиханында 80 – 100 балл йыйыу ғына мегаполис шарттарында биш йыл уҡырға форсат бирә тип фекерләй, ахыры. Әгәр ҙә ашау-кейенеү һәм башҡа көнкүреш зарурлығын тейешенсә финанслап торһаң, ул тарафтарға юлланған үҫмер­ҙәр һаны тағы ла артыр инеме икән?
Ә ситтәге ҙур ҡалаларға уҡырға китеүселәр был хаҡта үҙҙәре ни уйлай? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың береһе лә матбуғат конференцияһына саҡырыл­ма­ғайны. Исмаһам, хат рәүешендәге фе­кер­ҙәре лә еткерелмәне (әйтәйек, электрон почта аша һоратып алдырыуы бер ни тормай бит).
Предприятиелар етәкселәре беҙҙең төбәк уҡыу йорттары әҙерләп сығарған белгестәргә ниндәй баһа бирә? Был һорауға ла яуап алып булманы, сөнки сарала бер директор ҙа ҡатнашманы. Һөҙөмтәлә уҡыу йорттары вәкилдәренең сығышы бер яҡлы отчет һымаҡ килеп сыҡты.
Юғары уҡыу йорттары буйынса ха­лыҡ араһында мәғлүмәт етерлек булмағас, уларҙың етәкселеге матбуғат саралары менән (шул иҫәптән “Башҡортостан” гәзите менән дә) хеҙмәттәшлек итергә әҙерме? Конференцияла беҙҙең баҫма исеменән яңғыраған был һорау ҙа һауа­ла аҫылынып ҡалды: килгән ҡунаҡтар бер ни ҙә әйтә алманы...




Вернуться назад