Өфө матур ҙа, ҡиммәт тә14.11.2015
Өфө матур ҙа, ҡиммәт тә Мәскәү, Санкт-Петербург, Сочи, Өфө... Был ҡалаларҙы нимә берләштерә, тип уйлайһығыҙ? Эйе, улар — барыһы ла Рәсәйҙең билдәле төбәктәре. Был мегаполистар үҫешкән сәнәғәте йә курорт зонаһы булыуы менән алдыра. Тап шуға ла бар халыҡ нәҡ шунда йәшәргә ынтыла. Бынан тыш, уларҙы йәнә бер нәмә берләштерә: иң ҡиммәтле торлаҡ — тап ошо цивилизация үҙәктәрендә.
“Росстат” торлаҡ хаҡы буйынса илебеҙҙәге иң ҡиммәтле һәм осһоҙло ҡалалар исемлеген бил­дәләне. Тәүге өс урынды Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Сочи ҡала­лары биләй. Был тәбиғи: тәүге икәүһе – Рәсәйҙең эре сәнәғәт төбәктәре. Ә инде Сочи курорт ҡалаһы ғына түгел, Олимпия уйында­ры үҙәге булып та танылды. Шуға ла ошо төбәк­тәр­ҙә торлаҡҡа хаҡтың йылдан-йыл арта барыуы аңлашыла.
Екатеринбург һәм Хабаровск та уларҙан ҡа­лыш­май, сөнки бында ҙур сәнәғәт предприятиелары эшләй, төрлө уҡыу йорттары ла бихисап. Йылдам үҫешкән был ҡалаларҙа торлаҡҡа хаҡ йыл да ике процентҡа артып килә. Ә инде рес­пуб­ликабыҙҙың баш ҡалаһы “ҡиммәтле” исемлектә алтынсы баҫҡыста тора.
Бөгөн Өфөлә торлаҡтың бер квадрат метры уртаса 67 957 һум тәшкил итә. Бер бүлмәле фатирҙы икенсел торлаҡта кәмендә 2,5 миллион һумға, ике бүлмәлене – 3,7, дүрт бүл­мәлене – 5,4, унан да ҙурырағын 9,8 миллион һумға алырға була. Был – уртаса алғанда. Сөнки ике миллион ярым һумға бер бүлмәле фатирҙы табыуы ла ҡыйын. Был иһә ҡаланың районына ла ҡарай: әгәр Черниковка, Затон, Инорс, ДОК, Дим биҫ­тәлә­рендә осһоҙораҡ торһа, Йәшел сауҡалыҡ, Үҙәк, Сипайловола хаҡ ҡиммәтерәк.
Өфөлә затлы фатирҙарҙың ха­ҡы икенсел тор­лаҡ­тан күпкә юға­рыраҡ. Бөгөн уның квадрат мет­ры – 93 мең һум самаһы. Яңы йорт­тан бер бүл­мәле фатирҙы дүрт миллион һум тирәһенә алып була.
Ни өсөн беҙҙә торлаҡ хаҡы юғары һуң? Берен­сенән, Өфө элек-электән ҡиммәтле ҡала тип иҫәпләнгән. Нефть эшкәртеү сәнәғәте, эре предприятиеларҙың барлығы халыҡтың көнкүреш шарт­тарын яҡшыртыуға килтерә. Икенсенән, баш ҡалабыҙҙа ер ҡим­мәт. Әгәр төҙөүсе ойошма йорт һалам тиһә, уның өсөн ҡыйбатҡа ер майҙаны һа­тып ала. Был иһә, үҙ сиратында, фатирҙың хаҡын арттырыуға төп сәбәпсе булып тора. Йәнә Өфөлә иҫке йорттарҙың күплеге лә үҙ өлөшөн керетә. Ағас йорттарҙа йәшәгән халыҡты күсереү, уларға торлаҡ биреү шулай уҡ ерҙе ҡиммәт­ләндерә.
Бындай юғары хаҡтарға ҡарап, бер аҙ кәйеф ҡырылһа, арзанын кү­реп, күҙ ҡыҙа. “Росстат” иң ҡиммәтле ҡалалар менән бергә иң осһоҙҙарын да билдәләгән. Баҡ­тиһәң, Рәсәйҙә иң арзан тор­лаҡ – Магнитогорск ҡалаһын­да. Унда фатирҙың квадрат метры 33 мең һум самаһы. Икенсел торлаҡта бер бүлмәле фатирҙы 800 мең һумға алып була. Ә Өфөлә был аҡсаға дөйөм ятаҡ­тан кескәй генә бүлмәгә дәғүә ите­үе лә ҡыйын. Магнитогорскиҙа күпләп фатир төҙөлә, йыл һайын ҙур-ҙур яңы биҫ­тәләр барлыҡҡа килә. Был иһә торлаҡ баҙарында конкурентлыҡ тыуҙыра, шуға ла һатыусылар хаҡты төшөрөргә мәжбүр була. Ҡаланы тотоп тор­ған металлургия комбина­тының ҡеүә­те кәмеүе лә торлаҡты осһоҙлата.
Арзандар исемлегенең тәүге баҫҡысында шулай уҡ Новокузнецк, Брянск, Ижевск ҡалалары тора. Тағы ла шуны әйтеп үтеү кәрәк: ҡиммәтле һәм осһоҙло төбәктәрҙең исемлеген билдәлә­гән­дә, бары тик эре ҡалаларҙы йә иһә өлкә үҙәктәрен генә сағыш­тырғандар. Белорет, Сибай, Туймазы кеүек сағыштырмаса бәләкәй ҡалалар күҙ уңында тотолмай.
Белгестәр фекеренсә, көрсөк ар­ҡа­һында тор­лаҡҡа хаҡтың кинәт үҫеүе көтөлмәй. Мәҫәлән, Өфөлә фатирға хаҡ йыл башынан бер ни тиклем төшкән. Был иһә халыҡтың һатып алыу мөм­кинлегенең кәмеүенә бәйле. Яңы йорттар төҙөгән компаниялар кешеләрҙе йәлеп итеү өсөн һиҙе­лерлек ташлама ла яһай. Шуға ла, кемдең хәленән килә, нәҡ ошо осорҙа торлаҡ алып ҡалырға кәңәш итәләр.




Вернуться назад