Торатау: сеймал түгел, ҡомартҡы!14.11.2015
Торатау:  сеймал түгел, ҡомартҡы! “Башҡортостанда махсус һаҡланған тәбиғәт объекты — Торатауҙан тыш “Башҡортостан сода компанияһы” өсөн эзбизташ сеймалының башҡа сығанаҡтары ла бар. Торатау сеймалға эшкәртелмәйәсәк”, — тине республика Башлығы Рөстәм Хәмитов кесаҙна көнө журналистар менән осрашыуҙа.

Ниһайәт... Республика Баш­лы­ғының һүҙҙәре тоннель осон­дағы яҡтылыҡ кеүек тәьҫир ит­те. Торатау... Бизнес... Ата-бабалар рухы... Һуңғы биш йыл­да әлеге мәсьәлә берәүҙе лә битараф ҡалдырмағандыр. Ҡа­ла-ҡалмай, бирәләр-бирмәй­ҙәр... Һәм бөгөн килеп рес­пуб­лика Башлығының етди һәм ышаныслы сығышы күңел­гә өмөт өҫтәне. Тимәк, ышаны­сыбыҙ юҡҡа булмаған.
Рөстәм Зәки улы әйте­үен­сә, Торатауҙы, беренсенән, айы­рыу­са һаҡланған биләмә стату­сы яҡлаһа, икенсенән, Баш­ҡортос­тандың 70 процент халҡы уны эшкәртеүгә ҡаршы тауыш биргән. Урындағы халыҡ менән низағлашыу үҙен ихтирам иткән бер генә компанияға ла кәрәк түгел. Сеймал өсөн альтернатив ятҡылыҡтар ҙа табылған. Ләкин “Сода” компа­нияһы өҫтәмә сығым һал­ма­йынса етештереү күләмен арттырырға ниәтләй. Шулай ҙа Торатауға тейеү юҡ, тине төбәк етәксеһе.
Республика Башлығы билдә­лә­үенсә, БСК өсөн сеймал эҙләгәндә геологтар “фәҡәт таҙа” (ҡушылмалар миҡдары 1 про­центтан да кәм) ятҡылыҡ­тарға ғына баҫым яһаған. Әммә белгестәр бөгөн эшкәртелгән эзбиздың категорияһы күпкә түбәнерәк булыуын асыҡлағас, мәсьәлә бөтөнләй икенсе “сценарий” буйынса үҫеш алған да инде.
– Әлеге ҡапма-ҡаршылыҡҡа яңыраҡ ҡына юлыҡтыҡ, һәм был позиция күп нәмәгә асыҡ­лыҡ ин­дерҙе лә инде. Шуныһы мөһим: Шахтау ише ятҡылыҡ­тар беҙҙә бик күп. Хатта берәү-икәү генә лә түгел, етерлек ки­мәлдә. Ки­ле­шәм, берәүҙәре – алыҫта, икен­селәре – яҡын, өсөн­сөлә­ре – тәрәндә, дүртен­се­ләре, транс­порт инфраструк­тура­һы­нан сығып фекер йө­рөт­кәндә, бик уңайһыҙ ерҙә урынлашҡан. Әммә ысынбар­лыҡ­та республикала Торатау­ҙан тыш сеймал сығанағы юҡ тигән фараз үҙ-үҙен аҡла­ма­ны, – тине Рөстәм Зәки улы.
Тик “Башҡортостан сода ком­панияһы” өсөн иҡтисади яҡтан табышлы ятҡылыҡты ҡайҙан табырға һуң? Бар ул ятҡылыҡ­тар. Сибайҙа – Төйәләҫ, Әбйә­лилдә – Әлмөхәмәт... Белорет яҡтарында. Әммә унан бит та­шырға кәрәк. Ә ара яҡын түгел – 450 километр. Ҡыҫҡаһы, нисек кенә булмаһын, ятҡылыҡты Стәрлетамаҡ тирәһенән табыу шарт.
Бөгөн белгестәр был йәһәт­тән Шахтауҙан 35 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Ғүмәр ятҡылығын өйрәнә. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, бындағы сеймал запасы 180 миллион тонна күләмендә баһалана һәм кәм тигәндә 40 йылға етәсәк.
– Был – конфликтлы юл түгел. Был – перспективалы юл. Бер кемгә лә сер түгел, ошоғаса Хөкүмәт БСК өсөн шихандарҙан башҡа сеймал сығанағы юҡ тигән фекер менән йәшәне. Аңлы рәүештәме, әллә юҡмы, яңылыш фекер уяттылар. Бөгөн иһә шуға иманым камил: бар­лыҡ структуралар ҙа – геологтар, эҙәрмәндәр, химиктар, тех­но­логтар – аңлашып эшләй икән, химия сәнәғәте, шул иҫәп­тән “Башҡортостан сода компа­нияһы” өсөн дә сеймал бу­ла­саҡ, — тине Рөстәм Зәки улы.
Әлбиттә, Ғүмәр ятҡылығы­ның сеймал сифатында өйрәне­леүен урындағы халыҡ еңел ҡабул итә тип әйтеп булмай. Ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә бар.
– Мин уларҙы аңлайым. Был, ысынлап та, иҫ киткес матур яҡ­тар: йылға буйҙары, көтөү­лек­тәр, бесәнлектәр... Әммә ҡаҙыу эштәре ауылдан яҡынса дүрт километр алыҫлыҡта баш­лана­саҡ тип күҙаллана. Унан һуң халыҡҡа эш буласаҡ. Бөгөн Ғү­мәрҙә хеҙмәт йәшендәге 86 ке­ше эшһеҙ ята. Яҡын арала уларҙың ҡайһы берҙәре геологик эҙләнеүҙәргә йәлеп ителһә, ҡалғандар киләсәктә карьерҙа эшләйәсәк, — ти республика етәксеһе.
***
Ижтимағи-сәйәси журналис­тика медиафорумында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты Владимир Путиндың пионерияны тергеҙеү тураһындағы башланғысын хуп­лауы хаҡында ла хәбәр итте.
– Советтар Союзының элек­ке пионеры булараҡ, был башланғысҡа ыңғай ҡарайым. 10 – 14 йәштә балаларға бер идея менән яныу, бергәләп ниндәйҙер программа, сәйәхәт йәки төҙөлөш, спорт менән мауығыу, моделләү булһынмы, бойомға ашырыу өҫтөндә эшләргә өйрәтеү мөһим, – тине төбәк етәксеһе. – Бөгөн ошо йәһәттән берләштереүсе көс талап ителә. Балалар ижад коллективтары һәм төркөмдәре үҙҙәренең ҡарамағында ҡалған. Уларға финанслау етешмәй. Был осраҡта Президенттың указы уҡыусыларҙы аңлы эш итеүгә, яҡшылыҡҡа, яңылыҡҡа, шул иҫәптән илһөйәрлеккә йәлеп итергә мөмкинлек биргән система булдыра.

***
Журналистар ошо көндәрҙә берҙәм вертолет эшләү кластерына инәсәк Күмертау авиация етештереү предприятиеһының киләсәге менән дә ҡыҙыҡ­һын­ды.
– Предприятиеның бурысы ҙур – яҡынса 14-15 миллиард һум. Бирәсәктәренән үҙҙәре ге­нә ҡотола алмаясағын аңлап, Ҡазан вертолет заводы менән Күмертауҙың бергә эшләү варианты тәҡдим ителде. Эйе, предприятие акциялары Ҡазан вер­толет заводы идаралығына тапшырыла. Әлеге вариантты тикшергәндә Күмертауҙың юридик берәмек һәм технологик майҙансыҡ булараҡ үҙаллылы­ғын һаҡлап ҡаласағы тура­һын­да килештек. Әйткәндәй, бөгөн был авиация етештереү пред­прия­тиеһында сығарылған «Камов» вертолеттары популяр һаналмай, уларҙы ҡулланыу даирәһе сикле.

***
– Башҡортостанда Синай ярым­утрауындағы һәләкәткә бәйле пассажирҙар хәүефһеҙ­леген тәьмин итеү өсөн тейеш­ле саралар күрелә, – тине рес­публика Башлығы Рөстәм Хәмитов. – Был эшмәкәрлектә төп бурыс авиация компанияларына, шул иҫәптән “Өфө” ха­лыҡ-ара аэропорты хеҙ­мәт­кәр­ҙәренә йөкмәтелә. Пассажирҙарҙы һәм уларҙың багажын, эргә-тирәләге биләмә­ләрҙе тикшереү даими кон­трол­дә тотола. Власть һәр ваҡыт ғәҙәттән тыш хәлдәр режимын­да эшләй. Кешеләр самолетта осҡанда ҡурҡыу тойғоһо ки­сер­мә­һен өсөн барыһын да үтәй­беҙ. Мин үҙем дә йыш осам һәм салонда пассажирҙар менән аралашам. Дөйөм алғанда, хәл һәйбәт, ҡурҡыу юҡ. Был – иң мөһиме.

***

Журналистарҙы шулай уҡ төбәктәрҙә туризм үҫеше, ауыл хужалығы, мәғариф мәсьәлә­ләре ҡыҙыҡһындырҙы. Рөстәм Хәмитов барлыҡ һорауҙарға ла төплө яуап бирҙе.


Гөлфиә ЯНБАЕВА,
“Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ҡарамағындағы “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе:


— Торатау буйында үҫкән ҡыҙ булараҡ, был тауға янаған ҡурҡыныс һәр ваҡыт йөрәгемде әрнетте. Әммә хатта “Сода” компанияһы вәкилдәре тәбиғәт ҡомартҡыһына ҡарата аяуһыҙ көрәш башлағас та өмөт һүрелмәне. Өләсәйемдең туфан һыуы Торатау аҫтынан сығыр тип һөйләгәндәре әле булһа хәтеремдә. Ағайҙарым да тауҙың башында мәмерйә барлығы, баҫҡыс буйлап аҫҡа төшһәң, ҙур ҡыуышлыҡта шабырлап һыу ағып ятыуы, һыу сығанағының эргә-тирәләге йылғалар, күлдәр менән тоташҡанлығы хаҡында бик ҡыҙыҡ итеп тасуирлай торғайнылар. Өләсәйем Торатау итәгендә ерләнгән 40-тан ашыу әүлиәнең ҡәбере булыуын әйтеп, уларҙың ҡайһы берәүҙәренең исемдәрен атап доға ҡыла торғайны. Ошондай инаныуҙар менән үҫтем һәм Торатауға бер кемдең дә ҡулы ҡағылмаясағына ышанып йәшәйем. Хоҙай быға юл ҡуймаясаҡ. Ләкин Хоҙайға ла ярҙам кәрәк. Республика Башлығы ошо ролде үтәне лә инде.


Марат ЗАМАНОВ,
“ГеолКом” яуаплы­лығы
сикләнгән йәмғиәте директоры:


— Башҡортостан — файҙалы ҡаҙылмаларға бик бай төбәк. Эзбиз тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Шул уҡ Әбйәлил, Сибай, Белорет ятҡылыҡтарын алып ҡараһаҡ та, Ишембай, Ғафури райондарын өйрәнһәк тә, сеймал запасы етерлек. Ниңә тота килеп Торатауға ҡаныҡҡандарына килгәндә, сәбәбен тауҙың предприятиеға яҡын ерҙә урынлашыуында күрәм. Әлбиттә, бөгөн республика Башлығының фатихаһы менән мәсьәлә башҡасараҡ йүнәлеш алды. Проблеманы, миңә ҡалһа, күптән ентекле өйрәнергә кәрәк ине. Шихандарҙы ни өсөндөр башҡорттар өсөн генә әһәмиәтле икән тип уйлайҙар. Һүҙ юҡ, рухи ҡиммәттәре баһалап бөткөһөҙ, әммә тәбиғи ҡомартҡы рәүешендә шихандар — донъяуи күренеш.


Азат БАҘРАНОВ,
Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларындағы Башҡорт­остан
студенттары һәм аспиранттары
берлеге ассоциацияһы етәксеһе:


— Шихандарҙы эшкәртеү мәсьәләһе яңы Башҡортостан тарихында иң оҙайлы һәм сетерекле тема булып тора. Был тауҙар тәбиғәт өсөн дә, Башҡортостан тарихы өсөн дә айырым әһәмиәткә эйә. Шул уҡ ваҡытта БСК яғынан ошо әһәмиәтте кәметергә тырышыу, байлыҡ артынан ҡыуыу коммерция предприятиеһының хужалыҡ проблемалары даирәһенә ингән мәсьәләне саманан тыш сәйәсиләштереп ебәрҙе. Ошондай шарттарҙа республика Башлығының белдереүе — көслө һәм
ихтыярлы аҙым.


Рәсүл ҒҮМӘРОВ, хеҙмәт ветераны,
Ишембай ҡалаһы:


– Республика Баш­лы­ғына рәхмәт! Уның һүҙҙәре ишембайҙар өсөн генә түгел, барлыҡ республика халҡы өсөн бик әһәмиәтле. Сеймалға килгәндә, элекке нефт­се булараҡ, шуны әйтә алам: ятҡылыҡтар бар һәм улар етерлек.





Вернуться назад