Томанлы яҙмыш14.11.2015
Әллә аҙ һүҙлелеге, мәғәнәле кәңәштәре менән арбаны ул мине. Уның янында шундай тыныс, рәхәт була торғайны. Сәй табынын йыйыштырып, иркенләп карауатҡа менеп ултырғас, әсәйем Минафа әбей менән бәйләмгә керешеп китте. Ошонан уңайлы мәл булмаҫ тип, мин Минафа әбейгә: “Ә һин Сабир бабайҙы яратып йәшә­неңме?” — тип ысҡындырҙым. Бәй­лә­мен тубығына һалып, ул тәҙрәгә текәлде. Әйтерһең дә, тегендә, тышта уны үткән ғүмере көтөп тора. Оҙаҡ күҙәтте ул урамды. Әсәйемдең шелтәле ҡарашын тойоп, мин дә тынып ҡалдым. Оҙаҡ ултырҙыҡ, һәр беребеҙ үҙ уйҙарына бирелеп. Биргән һорауымды ла онотоп, мин йәшлек йылдарым буйлап йүгерә инем инде. Бына тымыҡ ҡына Өсән йылғаһы, һыуға эйелгән өйәңке­ләр… Ҡулдарыма туфлиҙарымды тотоп, йомшаҡ хәтфә үләндән ашығам. Яр буйына әкрен генә гармун моңо тарала…
Минафа әбейҙең әрнеү ҡатыш һағышлы тауышы мине кинәт бөгөн­гөгә ҡайтара:
– Эйе, яратып йәшәнем, балам. Тик уны түгел…
Һораулы ҡарашымды уға тө­бәйем.
— Эйе, эйе! Уны түгел. Йәш­легемдә ҡалған берәүҙе. Гелән уны күҙ алдына килтереп, һағынғанда йырлай ҙа илай инем…
Иртәлә генә томан,
Кис тә томан,
Был томанҡайҙарға ни булған?
Тау башына менеп,
Ташҡа баҫып һин ҡарарһың,
бәғрем,
Мин булмам.
Минафа әбейҙең моңло тауышы өй эсенә һыймай, бар донъяға тарал­ған һымаҡ. Күҙ йәштәре бәй­ләменә тамып, уның эсенә кереп юғала. Шул ваҡыт күҙ алдыма тау башында баҫып торған Минафа әбей килә. Шундай матур ике толом елдә елберләй, имеш… Ә инде тәңкәләре тау еленән зыңлап тирә-яҡҡа һибелгәндәй.
Кинәт тау өҫтөн томан ҡаплай. Ап-аҡ. Яңы һауған һөттәй аҡ томан. Тау шуның эсендә ҡала. Мин шым ғына илап ултырғанымды иҫләп алам.
– Ниңә илайһың, балам? — Минафа әбейҙең йомшаҡ тауышынан мин ысынбарлыҡҡа әйләнеп ҡайтам.
– Ә мин һинең яҙмышты уйлап ултырам, онотолоп киткәнмен, әбей. Ә кем һуң ул һинең мөхәб­бәтең? Ҡабат бер ҙә осрашма­нығыҙмы ни? — тип төпсөнәм.
– Осраттым шул. Осраттым да яраларымды яңырттым. — Уң ҡулы менән карауатҡа йәйелгән балаҫ­тың биҙәктәрен һыйпай-һыйпай Минафа әбей хәтер йомғағын тағатты. — Сабир бабайың иҫән ине әле ул саҡта. Балалар инде үҫеп етеп, таралышып бөткән. Эҫе йәй көндәре тора ине. Бесән әҙерләп бөттөк. Иртән һыйыр һауып, көтөүҙе ҡыуырға күршеләрем бар бабайға ярҙамға. Барып ҡайтырға булдым Ҡаңны-Төркәйгә. Ара алыҫ ҡына булһа ла, йәйәүләргә хәл иттем. Былай тураға барһаң, Ҡоръятмаҫ аша әллә ни алыҫ та түгел. Бер аҙ бешеренеп, күстәнәстәр алып, юлға сыҡтым. Ҡартҡа ылау бар, тип алданым. Бик төпсөнөп тә торманы үҙе. Имен-аман йөрөп ҡайт, тип оҙатып ҡалды.
Нимәлер мине ашҡындырып, ашыҡтырып өйөмдән алып сығып китте. Тиҙ үттем Ҡоръятмаҫты. Бүздәк юлына сыҡҡанда төш тә етмәгәйне әле. Оло юл буйлап йөгөмдө арҡаға биштәрләп китеп барғанда, бер еңел машина елдереп үтеп китте. Ҡул күтәрмәнем. Тыуған яҡтар шундай һағындырған, тирә-яҡты күҙәтеп, донъяның хозурлығына һоҡланып атланым да атланым… Мине уҙып киткән машина, кинәт артҡа биреп, яныма килеп туҡтаны. Минең йәштәр самаһындағы сал сәсле ир, машинанан сығып, ҡаршыма атланы…
– Минафа, һин түгелме был? — Төштәремә инеп йонсотҡан, шундай таныш, шундай ҡәҙерле тауышты ишетеп, өнһөҙ ҡалдым. Ҡолағымда шул саҡ, көт мине, Минафа, уҡып бөткәс тә ҡайтып алырмын, тигән һүҙҙәре яңғырап китте.
– Ибраһим! — үҙ-үҙемде бе­лештер­мәй уға табан йүгерҙем.
Бер-беребеҙҙең ҡосағында күп­ме торғанбыҙҙыр, иҫләмәйем. Ул мине бер аҙ этеберәк ебәреп, ҡулда­рымдан тотто ла күҙҙәремә төбәлде. Шундай таныш, яҡын, төпһөҙ зәңгәр күҙҙәр… Әйтерһең дә, бер нәмә лә үҙгәрмәгән. Беҙ икәү баҫыу ҡапҡаһында торған һымаҡ. Ә арала 40 йылға яҡын ғүмер…
– Ә һин үҙгәрмәгәнһең, Минафа. Буй-һының да ҡыҙҙарға биргеһеҙ. Сәстәрең дә элеккесә, ике толомдан, хатта сулпыларың да элеккесә сылтырап тора. Тик күҙҙәреңдән генә һағыш аҡҡан кеүек. Ҡайҙа юғалдың һин, Минафа? Мин бит эҙләнем һине, һорашмаған кеше ҡалманы. Тик атайың ғына бик ҡаты торҙо, алыҫта ул, йыраҡта, сит ерҙәрҙә, эҙләп ыҙаланма, тапмаҫ­һың, тип ҡырт киҫте. Киттем мин Ҡаңнынан, бөтөнләйгә киттем. Өфө­гә барып эшкә урынлаштым. Тик уңайы сыҡҡан һайын тиерлек ҡайтып, һеҙҙең өй тураһынан үтке­ләнем. Бәлки, ҡайтҡандыр, бәлки, ҡунаҡҡа килгәндер… Өмөт йәшәтте мине донъяла, Минафа, өмөт йәшәтте… Эх, осратһам үҙен, ун балаһы булһа ла урлап китер инем, бергәләп үҫтерер инек балаларын, тип хыяллана инем. Эй ул ғазаплы саҡтар. Бер кемгә лә төшмәне күҙем, ятманы күңел, ғүмерем буйы һине көттөм, Минафам, берҙән-берем минең...
Ибраһим, күҙ йәштәрен тыя алмай, мине ҡәҙерләп кенә яурындарымдан ҡосаҡланы ла юл ситендәге сиҙәмгә ултыртты, үҙе яныма ултырҙы.
– Эх, Минафа, ниңә бер 20-30 йыл элек осрашманыҡ икән, ә? Инде олоғайып та барабыҙ… Ғүмерем буйы күңелем һине көттө, Минафам. Ашығып йәшәнем, ашығып эшлә­нем. Бына хаҡлы ял ваҡыты ла етеп килә. Ә ниңә һин бер һүҙ ҙә өндәшмәйһең? Нисек йәшәйһең һин, йәнем, ошо оҙон йылдар буйы?
Мин, үкһеп илап, уның күкрәгенә ташландым. Ул арҡамдан әкрен генә һөйөп, сәстәремдән һыйпаны, толомдарымды ҡулына алып, сулпыларымдан үпте. Уның ҡосағында шундай тыныс, рәхәт ине. Күңел­дәрем йәшәреп китте. Йөрәгемде ғүмерем буйы баҫып торған ауыр таш ҡайҙалыр юғалғандай булды. Бына ни өсөн ашығып юлға сыҡ­ҡанмын икән мин, бына кем әйҙәп алып сығып киткән мине, донъя мәшәҡәттәренән арындырып! Эй, Хоҙайым, мең рәхмәттәрем яуһын һиңә ошондай ҙур бүләгең өсөн, тормошом мәғәнәһен тапҡан­дай булдым. Юҡ, юҡ, таптым. Ошо оло һөйөү хисе йәшәткән икән мине алыҫ тараф­тарҙа. Һөйөп йәшәү өсөн бергә булыу ҙа мотлаҡ түгел икән. Ниндәй бәхетле мин бөгөн, Хоҙайым. Артабан йәшәргә көс-ҡеүәт биргәнең өсөн рәхмәт… Эсемдән ошо кескәй генә шат­лы­ғыма, бәхетле минуттарыма һөйөнөп, күпме ултырған­мын­дыр. Ибраһимдың ҡулдарынан ҡул­дарымды алып, күҙҙәремә мөл­дөрәп ҡарап биргән һорауы һиҫ­кәндереп ебәрҙе:
– Ә һин һағына инеңме мине, Минафам? Иҫтәреңә төшөрә инеңме?






Вернуться назад