Премиянан баш тартҡан14.11.2015
Морат менән машинала киләбеҙ. Һүҙ артынан һүҙ сығып, премия юҫығына килеп төртөлдө. Юлдашыма уйынлы-ысынлы:
– Һиңә лә үҙегеҙҙең район премияһын юлларға кәрәк, – тип әйтеп ҡуйғас, ул:
– Тәҡдим итергә уйлағайнылар, баш тарттым, – тимәһенме!
– Нисек улай? – Ғәжәпләнеүем сикһеҙ ине.
– Беренсенән, районда йәшәмәйем, икенсенән, минән дә талантлыраҡ, лайыҡлыраҡ шәхестәр күп, әйҙә шуларҙың береһенә булһын, тинем.
Премиянан баш тартҡан кешене бығаса күргәнем юҡ ине. Киреһенсә, берәйһен тәҡдим итә башлаһалар, китә тартҡылаш, тәмһеҙләшеү, бер-береһенә сүп өйөү. Һәр береһе тап үҙен лайыҡ тип һанай. Берәүҙәре вазифа биләгән таныштарына тынғы бирмәй, икенселәре редакция тупһаһына саң ҡундырмай. Юлдашыма һоҡланып ҡарап ҡуйҙым.
Бер аҙ барғас, ул йәнә телгә килде:
– Эй, ул район премияһын әйтер инем, аҡсаһы аҙ ғына бит. Уға нимә алаһың да, байып китәһеңме тигәндәй! Уныһын да ниндәйҙер мәктәпкә бирергә тейешһең! Аҙаҡ йыуам тиһәң, әллә күпме расхуд сығасаҡ. Ҡуй, юҡ нәмәне!
Мораттың һүҙе йәнә уйға һалды.
Бүләк тип ни…
Зарина Тимербаевна – республикала билдәле шәхес. Матбуғат өлкәһендә эшләй ул. Шиғырҙары, китаптары донъя күреп тора. Көндәрҙең береһендә ул мине тап итеп, Силәбе ҡалаһында сәфәрҙә булыуы, курсташымдың сәләм юллауы тураһында әйтте. Унан:
– Әй, онотоп торам, һиңә бүләк тә ебәрҙе бит әле, – тип шартлатып сумкаһын аса башланы. – Бүләк тип ни, әллә ни ҙур түгел дә инде, ошо нәмәкәй, – тип ҡалын ғына тышлы китап килтереп сығарҙы ла миңә һондо.
…Күпмелер ваҡыт үткәс, беҙ бергә сәфәргә сыҡтыҡ. Осрашыуҙар бик шәп барҙы, залдар тулы тамашасы булды. Бөтә ерҙә лә Зарина Тимербаевна китаптың әһәмиәте хаҡында тулҡынланып һөйләне:
– Китапты яратығыҙ, уҡығыҙ. Ул – иң ҙур хазина. Унда кешелектең аҡылы, тарихы тупланған...