Яңғырай “Йәштәр тауышы”14.11.2015
19 ноябрҙә Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында йәш яҙыусыларҙың «Йәштәр тауышы» әҙәби фестивале уҙғарыла. Быйыл сара Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Әҙәбиәт йылына арналған. Уны ойоштороусы — республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте тарафынан нәшер ителгән «Йәштәр тауышы» китаптар серияһы 2004 йылда барлыҡҡа килә. Йыл да йәш шағир һәм яҙыусыларҙың ижад емештәре китап итеп баҫтырылып, уҡыусылар хөкөмөнә сығарыла.
Быйыл «Китап» нәшриәтендә ошо проект һөҙөмтәһендә яҙыусыларҙың рус, башҡорт һәм татар телдәрендә биш китабы донъя күрҙе. Бына улар: Розалиә Зарипова («Ерем моңо»), Миңлегөл Тайсина («Бала саҡ күҙҙәре»), Хәким Алсынбаев («Күңел дәфтәре»), Михаил Кривошеев («Өфө ярымутрауы»), Илүсә Исмәғилева («Йыһандың бер тамсыһы»).
Фестивалдә тамашасыларҙы төрлө йылдарҙа «Йәштәр тауышы» серияһында баҫылған йыйынтыҡ авторҙары — йәш яҙыусылар һәм шағирҙар менән осрашыу, шулай уҡ китаптарҙың исем туйы көтә. Бынан тыш, байрам программаһында башҡорт эстрадаһы артистарының сығыштары ҡаралған. «Китап» нәшриәтендә донъя күргән иң яҡшы китаптар күргәҙмәһе ойоштороласаҡ.





Вернуться назад