Бер рәсемдең тарихы14.11.2015
Бер рәсемдең тарихы Һай, әҙәм балаһының ғүмер мөҙҙәте үтә лә ҡыҫҡа шул, күҙ асып йомған мәл кеүек кенә. Тыуып үҫкән ауылым йәштәренең кескәй генә бер төркөмөнөң һүрәте яҙыу өҫтәлемдә ята. Барыһы ла таныш йөҙҙәр, барыһы ла яғымлы ҡараш менән донъяға баҡҡан. Мөғжизә булып, Хоҙай Тәғәлә уларға йән өрөп, хәрәкәткә килһәләр, бынан 76 йыл элек йәшәгән кеүек, гөрләшеп, шатлыҡ-ҡыуаныс менән бер-береһен ҡосаҡлап, баштарынан үткән хәл-ваҡиғаларҙы иҫкә алырҙар ине. Үкенескә ҡаршы, быны эшләй алырлыҡ ғәйрәт әле тәбиғәттә иң илаһи көскә лә бирелмәгән.

Был һүрәт беҙҙе һуғышҡа тиклемге заманға, 1939 йылға, алып ҡайта. Һай, ул дәүерҙә йәшәүебеҙҙең рәүеше рәткә һалынған, рәхәт тормошҡа юлыҡҡан мәл булған икән. Рәсәй Беренсе донъя һуғышын, өс революцияны кисереп, граждандар һуғышында ағыр һыуҙай ҡан ҡойоп, тыныс тормош урынлаштырыуға тотонған, 1921 йылғы ҡот осҡос аслыҡты ла еңеп, илдә сәнәғәтте үҫтереүгә, ауыл ерҙәрендә коллектив хужалыҡтар ойоштороп, социалистик ҡоролош төҙөүгә, халҡыбыҙ көндән-көн ышана барған осор ине ул.
Халыҡтың күңеле көр, бер-береһен ҡунаҡҡа саҡырышып, күңел асыуҙар йышайған саҡ. Тик йәйге осорҙа ундай ҡунаҡлашыуҙар бер аҙға баҫылып, һәр кем туғайҙарҙа, киң яландарҙа бесән эшләү менән шөғөлләнә. Йәштәр бесән эшләүҙә лә, иген урыуҙа ла, емеш-еләк йыйып эшкәртеүҙә лә ҡатнаша. Кис шау-шыу баҫылып, һиллек тыуғас, улар клуб яғына юллана. “Етте, көн дә уйынға сығыу һәйбәт эш түгел”, — тип ант итһәләр ҙә, ауылдың бер яҡ осонан ҡыҙҙар йырлап сығыуы була, йәшлек үҙенекен итә, егеттәр ҙә уйын барған ергә йыйыла.
Йәй иләүәт мәл бит. Клуб эсенә инеү ҙә мотлаҡ түгел. Әгәр йыйыштырыусы Шәһиҙә апай төрлө сәбәп табып, асҡысты бирмәй ҡыланһа, йәштәр инәлеп тормай, йылға буйына юл ала.
Беҙҙең Ҡарайған ауылы кеүек Ағиҙелдең бейек уң яҡ ярын биләгән ауылдар һирәктер. Ата-бабаларыбыҙға нисек рәхмәт әйтмәй түҙәһең инде! Ысынлап та, ауылыбыҙ үтә лә йәмле урында ултыра. Йылға аръяғында оло тирәктәр, ҡарама, муйыл, йүкә ағастары үҫкән урманы ғына ни тора! Бөрлөгән, ҡарағат, муйыл, гөлйемеш, балан йыл да мул уңыш биреп, ауылдаштарҙы ҡыуандыра.
Ауылдан көньяҡ йүнәлешендә саҡрым тирәһе ара үтһәң, иге-сиге булмаған туғай йәйелеп ята. Яҙ етеү менән Ҡарайған ҡоштар һайраған моңға күмелә. Көньяҡҡа ҡарай дүрт-биш саҡрым алыҫлыҡта мәғрур Торатау тирә-йүнгә йәм өҫтәп ғорур тора. Күрәһең, ошондай һоҡланғыс тирә-йүн унда йәшәгән кешеләрҙе лә йыр-моңға бай, уйын-көлкөгә ынтылған әҙәм балалары итеп тәрбиәләгәндер инде.
Әлеге Торатау – Ҡарайған ауылы халҡына ғына түгел, тирә-йүндәге барлыҡ тарафтарға ла маяҡ. Эш шунда: яҙ үҙ хоҡуғына инеп, тирә-яҡ йәшеллеккә күмелгән май айының йәмле бер көнөндә кешеләр тау башына күңел асырға менә торғайны. Ул замандарҙа ауылдар араһында элемтә мәсьәләһе лә хәл ителмәгәйне әле: шулай булһа ла, Торатауға менеү көнө һәр кемгә мәғлүм. Ә уның башында мәхшәр: бер урында йәштәр, оло түңәрәк ойоштороп, уйын ҡорғандар, икенсе ерҙә йырсылар үҙҙәренең оҫталығын күрһәтә, өсөнсө төштә — бейеүселәр... Егеттәр күрше ауыл ҡыҙҙарын күҙләй. Уңайы сыҡһа, мөхәббәт уты ла ҡабына.
Торатау йыйынының ут-ялҡыны һүрелмәгәйне әле. Ҡарайған ауылы йәштәре Ағиҙел ярында йыйылып, киске уйындарын дауам итте. Июнь айының бер йәмле кисендә йыр­лашҡан, бейешкән йәштәр ял итергә ултырған мәлдә, кемдең башына килгәндер инде, һүҙ башланы ла баһа берәү:
— Эй, егеттәр, ҡыҙҙар, тыңлаһағыҙ, бер тәҡдимем бар! Шул тиклем күңелле һеҙҙең менән, бер ҙә генә айыры­лышҡы килмәй. Әле бына ошонда бергә ултырған иптәштәр йыйылышып, кәртешкәгә төшөп, ошо минуттарҙы мәңгеләштерәһе ине.
— Ну, баш та үҙеңдә, нисек ундай уйға килдең?
— Бик тә һәйбәт тәҡдим. Әммә уны нисек башҡарырға?
— Мин уныһы хаҡында ла уйланым. Әлбиттә, ауылда кәртешкәгә төшөрөүсе юҡ. Ҡалаға барып булмаймы ни? Алыҫ түгел дә баһа.
— Бик ҡулай тәҡдим. Иртәгә үк Стәрлетамаҡҡа йүнәләбеҙ.
— Вәт, афарин!..
...Уйнап-көлөп килгәс, алты саҡрым араны үтеү һиҙелмәй ҙә ҡалды. Йәштәр баҙар янындағы фотосалонға килеп инде. Башҡортса һөйләшергә тырышҡан хужа яғымлы ғына ҡаршы алып:
— На фотокарточку будем снимать­ся, рәхим итегеҙ! — тип ултырғыстар торған ергә күрһәтте. Егеттәр аптырап ҡалманы, үҙҙәренә урын табып ултырып та алды. Ә ҡыҙҙар ни эшләргә белмәй албырғап ҡалды. Фотограф хәлде аңлап, бер аҙ биҙәнеп алыу өсөн бер мөйөштәге ишекте асып:
— Пройдемте сюда! — тип саҡырҙы.
Ир-ат үҙҙәрен ситтәрәк торорға тейештер инде тип уйлап, ултырғыстарҙы ҡыҙҙарға ҡалдырып, артҡы рәткә теҙелеп баҫты.
Фотограф быға ҡарап торҙо ла:
— Э, так не годится! Надо впе­ремеш­ку, — тип үҙенең тәртибен урын­лаштырҙы.
— Тынысландыҡ, — тип команда бирҙе шунан. Үҙе оҙаҡ ҡына аппараты янында нимәлер эшләне, окулярынан ҡарап ала ла, беҙҙең баштарҙы йә булмаһа кейемдәрҙең бер ерен рәтләп, кире аппаратына китә. Аҙаҡ килеп:
— Күлемсерәдек! — тип объективты асыҡ ҡалдырып беҙгә ҡараны.
Шулай итеп, үҙебеҙҙең алға ҡуйған бурысты үтәп, фотограф менән хушлашып, бер аҙнанан әҙер буласаҡ фотоны килеп алырға һүҙ биреп, сығып киттек.
Тыныс донъя ошо 1939 йылда уҡ емерелә башланы. Бер ҙә генә уйламаған-нитмәгән Финляндия менән һуғыш сығып, илебеҙ тормошона ярайһы ғына үҙгәрештәр индерҙе. Алыҫ Көнсығышта Япония илбаҫарҙары беҙҙең хәлде ҡапшап ҡараны. Башҡортостан педагогия институтының һуңғы курсында уҡырға тейеш булған Муллағәли ағайымдың, Өфө юл техникумының III курсында белем алырға тейешле мин фәҡирегеҙҙең тормошона ла килеп ҡағылды был үҙгәрештәр. Һуғыш башланыу сәбәпле, сығымдар артып киткәндер инде — уҡыған өсөн түләү индерелде.
Ошо хаҡта атайыма хәбәр иткәс, ул:
— Күпме түләргә икән? — тип һорашты.
— Йылына 150 һум, — тинек.
— Бер һыйыр хаҡы тора икән, — тине атайыбыҙ, — ике һыйыр табыуы еңел түгел. Берегеҙгә уҡыуҙы ташларға тура килер.
Шулай итеп, миңә ауылда ҡалырға, колхозда эшләргә тура килде. 1940 йылда, сәнәғәттә эшләгән халыҡтың кәмеүе сәбәпле, ФЗО-ларға йәштәрҙе күберәк йәлеп итергә тырыштылар. Шулай итеп, мин дә уҡып, башта Свердловск өлкәһендә, һуңынан Омск өлкәһенең Ялуторовск ҡалаһында хәрби заводта эшләнем.
Германия, Европаның барлыҡ илдә­рен баҫып алып, тәжрибә, көс туплап, 1941 йылдың 22 июнендә беҙҙең иле­беҙгә ҡаршы һуғыш башланы. СССР-ға баҫып ингән фашист ғәскәрҙәрендә 190 дивизия, шул иҫәптән 153 немец ди­ви­зияһы Гитлер Германияһының союз­даш­тарының 29 дивизияһы һәм 16 бри­гадаһы тупланғайны. Был ғәскәрҙе 50 мең орудие һәм миномет, 5 меңгә яҡын самолет, 3712 танк көсәйтә ине.
Аңлап тораһығыҙ, ошондай оло ғәрәсәт беҙ башта һөйләп килгән йәштәрҙең яҙмышына ла тәьҫир итмәй ҡалманы. Улар ҙа, бөтә совет халҡы һымаҡ, ошо оло афәттең шаһиттары булып, һуғыш яландарында алышып, Еңеүгә үҙ өлөштәрен индерҙе.
Мин, юғарыла әйтеп үткәнемсә, һуғыш башланған көндәрҙе алыҫта, Себер яҡтарында ҡаршы алдым. Ялуторовск ҡалаһында кескәй генә бер хәрби завод бар ине, шунда эшләнем. Оло ағайым ҡайҙалыр тыуған яҡтарҙан ситтә нефть сығара, унан ҡала икенсе ағайым Көнбайыш фронтында һуғыша, мин дә фронт өсөн арымай-талмай эшләп йөрөйөм. Кесе энемде лә Силәбе ҡалаһына һөнәрселек училищеһына ебәргәндәр. Мин эшләгән заводтың етәкселәренә бер нисә тапҡыр ҡайтарыуҙарын һорап мөрәжәғәт иттем. Атай-әсәй олоғайҙы, уларҙы ҡарарға кеше юҡ, тип ҡарайым. Ҡайҙа ул илебеҙ һуғыш алып бара, заводтағы һәр кеше иҫәптә, тип үтенесте ҡәнәғәтләндермәнеләр.
1941 йылдың ноябрь баштарында үҙ иркем менән (дөрөҫөн әйткәндә ҡасып) илемә табан юл алдым. Һуғыш ваҡы­тында юл йөрөүҙең ни тиклем ҡыйын икәнлеге хаҡында яҙып тороу артыҡ булыр. Халыҡта “Юл аҙабы — гүр ғазабы” тигән әйтем бар. Көс-хәл менән ауылыма ҡайтып еттем. Уны танырлыҡ та түгел. Ир-ат юҡ тип әйтерлек. Улар булмағас, кем эшләргә тейеш? Ир ҡулын бала-саға, ҡатын-ҡыҙ алмаш­тырған. Әгәр йөк тартыусы йылҡы малы булһа, тороп ҡалған йәш-елкенсәк тә эшләй алыр ине. Аттар ҙа, колхозда эшләп йөрөгән техника ла юҡ бит, улар ҙа фронтҡа китеп бөткән. Ауылымда мине ҡуш ҡуллап ҡабул итеп, тракторсылар курсына ебәрҙеләр.
Шулай итеп, Маҡар МТС-ында уҡып, тракторсы булып киттем. Сәсеүҙе тамамлағас, повестка тапшырҙылар. Тирә-йүнгә әйләнеп ҡараһаҡ, бөтә бригада тракторсылары ла 1924 йылғы үҫмерҙәр, имеш! Бригадирыбыҙ Йомағужа ағай Собханғолов телһеҙ ҡалды. Мин дә һеҙҙең менән военкоматҡа барам, бәлки, бер-икегеҙҙе алып ҡалып булыр, ти.
Һеҙгә мәғлүм булған фотола төшкән кешеләр хаҡында һүҙ йөрөтһәк, һуғышҡа иң башта Моталлап Шәймәрҙәнов киткән. Ул Стәрлетамаҡта педагогия техникумында уҡыған сағында аэроклубҡа йөрөп, парашют менән һикергән. Фронтта ла авиация часында булып, йәрәхәттәр алып, госпиталдәрҙә дауалана (һүрәттә — тәүге рәттә һул­дан икенсе).
1942 йылдың февралендә Хажы ауылында башланғыс мәктәптә балалар уҡытҡан Мансур Ғәлиевкә лә повестка килә (һүрәттә беренсе рәттә һулдан беренсе булып ултыра). Буранлы февраль көнөндә Мансур ауылыбыҙға ҡайтып төштө. Бергә уйнап йөрөгән иптәштәр юҡ ине инде. Икәүләп кенә хушлашыу кисәһе үткәрҙек. Мин ат һарайынан нәҫел айғырын егеп килтерҙем. Мансур тальянкаһын алып, санаға менеп ултырҙы ла ул саҡтағы йырҙарҙың береһен йырланы:
Йәш сағымда күкрәгемә
Сәскәләр ҡаҙаманым,
Сөнки йәшлегемдән матур
Сәскәләр табалманым.
Февраль бураны Мансурҙың моңло тауышын өҙгөләп, ҡайҙалыр алып китә, ул дауылдың ҡамасаулауына ҡарамай, тағы бер йыр башланы:
Мендем тауға, йыйҙым сәскә —
Уң ҡулыма ун өстө,
Их, дуҫҡайым, беҙҙең өсөн
Был ғүмер үкенесле.
— Ҡуй әле, Мансур дуҫ, бигерәк ҡайғылы йырҙар һуҙаһың. Күңелле­рәген йырла, — тинем.
— Нишләйһең инде, заманы шулай булғас.
— Уныһы шулай инде, ҡайтып килерһең әле дошманды дөмөктөрөп.
— Ҡайһылай һәйбәт булыр ине, әгәр шулай икән...
Беҙ Стәрлетамаҡҡа килеп еттек.
— Әллә гармунымды алып китә­йемме икән? — тип ул уны һыйпап ултырҙы ла миңә һондо:
— Мә, ал, дуҫҡай, фронтта гармун уйнап йөрөп булмаҫ...
Беҙ хушлаштыҡ та, мин ауылыма йүнәлдем. Ҡәһәр төшкөрө, күҙемдән субырлап йәш аға. Яҡын дуҫым менән һуңғы осрашыуым булған икән. Мансур Сталинград бәрелешендә һәләк булды.
Әмирхан Исмәғилев иһә 1945 йылда Кенигсберг өсөн барған һуғышта ба­шын һалды. Уға кейәүгә сыҡҡан Хәлиҙә Ҡотошова 2009 йылда вафат булды.
Тәүге рәттә һулдан өсөнсө булып ултырған Мәстүрә Йосопова (Камалова) Ғилметдин Камаловҡа кейәүгә сыҡты. Өс ир, бер ҡыҙ бала табып күңелле генә йәшәп ятҡанда, ире вафат булды. Оҙаҡ та үтмәй Мәстүрә лә баҡый донъяға күсте.
Беҙҙең армияға китеү үтә лә ҡапыл булды. Повестка алып, ауылыбыҙға ҡайтып, әллә бер тәүлек торҙоҡ, әллә юҡ, Стәрлетамаҡ ҡалаһына барырға бойороҡ килде. Ауыл менән хушлашып, станцияға йүнәлдек.
Сентябрь башында сафта баҫып торабыҙ. Бер өлкән лейтенант, беҙҙең алға баҫып, шундай хәбәр һалды:
— Һеҙ — хәҙер зенит артиллерия­һы­ның Севастополь училищеһы курсанттары. Ул элек дүрт йыллыҡ булған, ә әле һуғыш заманында алты ай уҡып, офицер дәрәжәһенә эйә булып, фронтҡа китәсәкһегеҙ, — тине.
Шулай итеп, училищены тамамлап, 1943 йылдың май баштарында мин Брянск фронтында окоптарҙа урын­лаш­ҡан 24-се зенит артиллерия диви­зияһының 1349-сы полкының взвод командиры булып тәғәйенләндем. Һуғышсан юлдың барыһын да тасуирлау мөмкин түгел. Ҡыҫҡа ғына итеп һөйләһәм, шул етер.
1943 йылдың июлендә Орел — Курск дуғаһында үтә лә ҡаты бәрелеш башланды. Унда ике яҡтан да мил­лионлаған һалдат, унар меңләгән танк, үҙйөрөшлө орудие ҡатнашты. Бер һүҙ менән әйткәндә, моторҙар бәрелеше булды. Ошо бәрелештә тәүге сирҡа­нысты алғас, Белоруссия, Украина, Польша ерҙәрен азат итеүҙә ҡатнашып, 1945 йылдың апрель-май айҙарында фашист Германияһының баш ҡалаһы Берлинды баш һалдырҙыҡ. Һуғыш та­мам­ланғас, ике йыл Советтар Союзы­ның Германиялағы ғәскәрҙәре соста­вында хеҙмәт итергә тура килде. 1947 йылдың май аҙаҡтарында Тыуған илебеҙҙең бәрәкәтле еренә аяҡ баҫтым.
Ғәрифә Кинйәкәева менән һирәк-һаяҡ хат алышып торһаҡ та, уның мине көтөүҙән өмөтө һүрелгәндер инде. Мин ауылға ҡайтҡас, ул 2-2,5 йәш тирә­һендәге ҡыҙы менән янға килде.
— Мин инде бер үҙем генә түгел. Әгәр һин мине шул көйөнсә ҡабул итергә ризалашһаң, шат булыр инем, — тип иҫәнләште.
— Уныһы шулай ҙа ул. Был баланың атаһы тағы ла әйләнеп килмәҫме һуң? — тип һораным.
— Килмәҫ. Ғәйеп булды ул. Үлеме-тереме икәнен дә белмәйбеҙ...
Шулай һөйләшеп айырылыштыҡ. Башҡа күрешергә тура килмәне. Иҫке Ишембай ауылында йәшәп ятыуын ишеткәйнем. Оҙаҡламай уның вафаты хаҡында хәбәр килде.
Бына 76 йыл элек төшкән һүрәттең, унда иҫән килеш ҡарап торған әҙәм балаларының тарихы ошолай тамамланды. Ундағы ете кешенең тик бере­һе, йәғни мин фәҡирегеҙ генә, фани донъяла. Әгәр бынан 70 йыл элек тамамланған һуғыш булмаһа, күпмеһе әле иҫән, тормош-көнкүрешебеҙ ҙә бөтөнләй икенсе хәлдә булыр ине. Әлеге көндә етеш тормошта, әллә ни ауырлыҡ күрмәй үҫкән йәштәргә әйтәһе һүҙем шул: беҙ тарыған ғәрәсәтте кисермәһәгеҙ ине.

Рамаҙан ҠОТОШОВ,
һуғыш һәм хеҙмәт ветераны.


Вернуться назад