"Китап" нәшриәтендә иң яҡшы тауарҙар13.11.2015
"Китап" нәшриәтендә иң яҡшы тауарҙар Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте "Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары" дипломы менән баһаланды. Бүләкләү тантанаһы Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министерствоһында үтте. Сара Бөтә донъя сифат көнөнә арналған ине. Нәшриәттә хәбәр ителеүенсә, "Китап" был ҡаҙанышҡа Башҡортостан предприятиелары араһынан сифат өлкәһендә өлгәште.
Әйткәндәй, "Китап" нәшриәте менән билдәле яҙыусылар һәм журналистар, күренекле ғалимдар, талантлы йәштәр хеҙмәттәшлек итә. Баҫмаларҙы әҙерләүҙә юғары квалификациялы белгестәр ҡатнаша. Нәшриәттең китап продукциялары, әҙәбиәткә булған барлыҡ заман талаптарына тап килә.
"Китап" артабан да китаптары менән ҡыуандырып торһон!



Вернуться назад