Ебәк юлын тарих туҙаны баҫмаһын13.11.2015
Ебәк юлын  тарих туҙаны баҫмаһын Ебәк юлы. Был төшөнсә тарихта тороп ҡалһа ла, һәр заман уны үҙенсә яңыртып тора. Аңлашыла: халыҡтар борон-борондан аралашып, алыш-биреш итеп көн күргән. Һуңғы осорҙа Рәсәй менән Ҡытайҙың үҙ-ара бәйләнеш ептәре нығый барыуы – шуның асыҡ миҫалы. Йәштәрҙең ҡытай телен ихлас өйрәнә башлауы ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Бөгөн Өфөнөң бер нисә мәктәбендә ҡытай теле дәрестәре алып барыла, ҡыҙҙар, егеттәр артабан ошо илгә белем алырға юллана.


Беҙ ҡулланған әйберҙәрҙең күпсе­леге Ҡытайҙа сығарылыуы сер түгел. Хатта балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә яратып ашаған туңдырманың да байтағын улар яһай, тиҙәр. Һуңғы 30 йыл эсендә Ҡытай артта ҡалған аграр илдән донъя кимәлендәге сәнәғәт оҫтаханаһына әүерелде.
Рәсәй менән Ҡытай араһын элек-электән дуҫтарса мөнәсәбәт бәйләй. Быны тауар әйләнеше күләме лә иҫбатлай. Әлбиттә, быйыл ул бер аҙ төшә бирҙе, әммә 2020 йылға был сумманы 200 миллиард долларға еткереү мөмкинлеге бар, ти иҡтисад белгестәре.
Башҡортостанға килгәндә иһә, сауҙа буйынса партнерҙарыбыҙ бул­ған илдәр араһында Ҡытай бишенсе урынды биләй. Былтыр улар менән тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 685,1 миллион доллар тәшкил итһә, шуның 79 проценты экспортҡа тура килә. Беҙ Ҡытайға башлыса турбореактив дви­га­телдәр, нефть һәм нефть продукт­тары, химия сәнәғәте тауар­ҙары, вер­то­лет, көкөрт, бал һәм башҡа та­уарҙар оҙатһаҡ, үҙебеҙ уларҙан насос­тар, электр ҡорамалдары, кон­сер­валанған йәшелсә-емеш, ке­­йем-һа­лым һәм башҡа әйберҙәр алабыҙ.
Ҡытай менән Башҡортостан ара­һында ла хеҙмәттәшлек үҫә бара. Ике арала эшлекле сәфәрҙәр йыш ойошторола, киләсәктә иҡтисадҡа ыңғай һөҙөмтә бирерҙәй һөйләше­ү­ҙәр алып барыла, килешеүҙәр төҙөлә. Былтыр республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Ляонин Нефтемаш” яуаплылығы сик­ләнгән йәмғиәтенең етәкселеге менән осрашты. Сарала Башҡортостанда нефть быраулау өсөн ҡеүәтле ҡорамалдар эшләүсе завод асыуға ҡағылышлы инвестиция проекты тикшерелде.
Һуңғы осорҙа ғына Башҡорт­останға эш сәфәре менән Ҡытайҙан бер нисә делегация килде. 10 ноябрҙә иһә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Ляонин провинцияһы делегацияһы менән осрашты. Унда төбәктәр араһында бәйләнеште үҫтереү һәм иҡтисадтың төрлө тармағында үҙ-ара проекттарҙы тор­мошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡарал­ды. Һуңынан “Башҡортостан Респуб­ликаһының үҫеш корпо­рацияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән “Хайчен Нефтемаш” ком­панияһының бүлендек предприятиеһы булған “Ляонин Wolt нефтемаш” араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек хаҡында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Ҡытайҙа сәфәрҙә саҡта Рөстәм Хәмитов унда етештерелгән продукция өлгөләренең сифатына үҙ күҙҙәре менән күреп инанған. “Был – ысынлап та ҡеүәтле техника, беҙҙең нефть сәнәғәте нәҡ шундайға мохтажлыҡ кисерә. Башҡортостанда ҙур быраулау ҡорамалдары заводы төҙөү ҙә насар булмаҫ ине, сөнки Рәсәйҙә эҙләнеү эштәре даими бара, сифатлы әйбергә ихтыяж буласаҡ”, – ти Рөстәм Зәки улы.
Ҡытай инвесторҙарының Рәсәйҙәге моноҡалалар исемлегенә индерелгән Күмертауҙа булып, уның сәнәғәт майҙансыҡтары менән танышыуы ла үҙ һөҙөмтәһен бирер, моғайын. Ғөмүмән, эшлекле сәфәрҙәр, осра­шыуҙар эҙемтәһеҙ ҡалмай. Мәҫәлән, бер йыл элек “Өфө-Янцзы” халыҡ-ара эш үҙәген төҙөү тураһында һүҙ алып барылһа, күптән түгел уға нигеҙ ташы һалынды. Бинала офистар, сауҙа үҙәктәре, ҡунаҡхана, компанияның штаб-фатиры, ҡытай медицинаһы һарайы булдырыу күҙаллана.
Ҡунаҡтар менән бәләкәй йөк машиналары һәм электробустар етештереү хаҡында килешеү төҙөлдө. Йәнә туризм буйынса бәйләнеште нығытаһы бар. Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ Ҡытайға ауыл хужалығы продукттары тәҡдим итә алабыҙ.
Ҡытай мәҙәниәте, сәнғәте әүәл-әүәлдән донъя халыҡтарын үҙенә йәлеп иткән. Әле М.В. Нестеров исе­мендәге Башҡортостан дәүләт художество музейында Цзиндэжэнь ҡалаһындағы музейҙың бөгөнгө фарфор сәнәғәте күргәҙмәһе эшләй.
Бөйөк ебәк юлы. Ул халыҡтарҙың иҡтисади һәм мәҙәни ҡаҙаныштарын, яңы технологияларҙы таратыуға ҙур өлөш индергән. Ҡытай һәм Башҡорт­остан араһында яңы партнерлыҡ мөнәсәбәттәре барлыҡҡа килде, ныҡлы һәм оҙайлы хеҙмәттәшлек күпере булдырылды. Был дуҫлыҡ төбәк иҡтисадын яңы кимәлгә күтәреү мөмкинлеге бирәсәк, тип баһалай белгестәр.






Вернуться назад