Таможня ҡаҙна мәнфәғәтен хәстәрләй13.11.2015
Башҡортостандың таможня хеҙмәте – Волга буйы федераль округында уңышлы эшләгән һәм ышаныслы ведомстволар иҫәбендә. Штатында 400-ҙән ашыу хеҙмәткәр иҫәпләнгән коллектив үҙ бурысын намыҫ менән атҡара. Заманса эш алымдары әүҙем ҡулланыла, былтырҙан барлыҡ тауарҙар электрон сервиста теркәлә, постар автотеркәүгә күсерелгән. Федераль таможня хеҙмәте коллегияһының күсмә ултырышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов шул хаҡта бәйән итте.
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, быйыл туғыҙ айҙа республиканың таможня хеҙмәткәрҙәре федераль ҡаҙнаға 5 миллиард һумдан ашыу аҡса индергән.
Бөгөн илебеҙҙең социаль-иҡтисади именлеген нығытыу, сауҙа мөнәсәбәттәрен үҫтереү, инвестиция йәлеп итеү һәләтен арттырыу йәһәтенән таможня хеҙмәте һөҙөмтәле эшләй. Уңышҡа өлгәшеү өсөн алдынғы технологияларҙы индерәләр, операциялар ваҡытын ҡыҫҡарталар, дәүләт хеҙмәте күрһәтеүҙең сифатын яҡшырталар, административ кәртәләрҙе кәметәләр. Былтыр федераль хеҙмәт ил ҡаҙнаһына 7 триллион һум аҡса күсергән.
Сарала ҡатнашыусылар импортты алмаштырыу шарттарында таможня органдарында хәл итәһе мәсьәләләр, техник саралар һәм ҡорамалдар хаҡында һөйләште.