Дөрләтербеҙ әле белем усағын13.11.2015
Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев дөйөм белем биреү ойошмаларына ҡағылышлы видеоселектор кәңәшмәһе уҙғарҙы. Унда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.

– Уҡыу өсөн уңайлыҡтар тыуҙырыу, белем биреү стандарттарын төҙөү кеүек үк, мөһим эш. Сөнки тейешенсә йыһаз­лан­дырылған мәктәптәрҙә генә сифатлы белем алырға мөмкин. Шуға ла компьютер һәм интернет менән бер рәттән спорт залы, ашхана, йәнә эҫе һыу, канализацияның да булыуы шарт. Әйткәндәй, ҡайһы бер биналар бөтөнләй уҡыуға яраҡһыҙ. Уларҙы йүнәтеү талап ителә йә иһә яңыларын төҙөү кәрәк, – тип белдерҙе Премьер-министр.




Вернуться назад