Ҡала буйлап йыртҡыс килә…13.11.2015
Айыуҙарҙың төпкөл ауылдарға килеп мал-тыуарҙы туҙҙырыуы хаҡында йыш ишетеп торабыҙ. 11 ноябрҙән 12-һенә ҡарай төндә иһә йыртҡыс Стәрлетамаҡ ҡалаһы урамдары буйлап йөрөгән.
Интернет селтәрендәге видеояҙмаға күҙ һалғанда, ҡото осҡан айыу балаһы ҡайҙа барырға белмәй. Күрәһең, ул ҡалаға аҙыҡ эҙләп килеп ингән.
Нисек кенә булмаһын, айыуҙы урындағы юл хәүефһеҙлеге хеҙмәте инспекторҙары тотҡан да инде.
Әлеге ваҡытта йәнлеккә “хужа” табылмаған, ул хеҙмәт эттәре өсөн тәғәйенләнгән вольерҙа йәшәй, үҙен тыныс тота.