20 меңдән кеҫә тишелмәҫ13.11.2015
Башҡортостандың дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктәренә Әсәлек капиталының 20мең һумын алырға теләгән ғаиләләрҙән 50 меңдән ашыу ғариза килгән.
Бер тапҡыр бирелә торған әлеге аҡсаны 2015 йылдың аҙағына ҡәҙәр сертификаты булған һәр ғаилә юллай ала. Ғаризаны 2016 йылдың 31мартына тиклем тапшырырға кәрәк. Матди ярҙамды файҙаланып ҡалырға теләүсе 46 мең ғаиләгә 900 миллион һум күсерелгән дә инде. Тағы ла 65 мең ғаилә, аҡсаны ҡулға алыу хоҡуғы булһа ла, уның Пенсия фондында һаҡланыуын хуп күргән.