Йөҙөбөҙҙө билдәләгән 10013.11.2015
“Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Бүләкләү тантанаһы йыл һайын Бөтә донъя сифат көнө алдынан үтә.
Быйыл республикала был конкурстың финалына 90-дан ашыу төрлө тауар етештергән һәм хеҙмәт күрһәткән 50-гә яҡын предприятие сыҡҡан. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов билдәләүенсә, юғары сифатлы продукция – иҡтисади үҫештең нигеҙе. Конкурс сифатҡа етди иғтибар биргән ойошмаларҙы билдәләү һәм башҡаларға өлгө итеп ҡуйыу маҡсатында үткәрелә.
Бүләкләнеүселәр араһында ҡеүәтле предприятиелар менән бер рәттән киң мәғлүмәт саралары ла бар. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Фән 102» программаһы һәм «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы әҙерләгән һыу тураһындағы тапшырыу – еңеүселәр исемлегендә.