ИЛ ҠЫҘЫНДА – ИЛДЕҢ ХӘСТӘРЕ13.11.2015
ИЛ ҠЫҘЫНДА – ИЛДЕҢ ХӘСТӘРЕ Бөгөн Өфөлә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенә 25 йыл тулыуға һәм Әҙәбиәт йылына арналған төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция башланды. Башҡортостандың бөтә район-ҡалаларынан вәкилдәр, Екатеринбург, Ырымбур, Силәбе ҡалаларынан һәм Пермь крайынан ҡунаҡтар килде.
Мостай Кәрим:
“...Шундай ҡатындар килә был донъяға: уларҙың яралыуында, бар булыуында илаһи көстөң, илаһи уттың ҡатнашы күҙгә бәрелеп тора. Улар иң бейектә саҡта ла ерҙән айырылмайҙар, иң тү­бәнгә төшкәндә лә түбәнселеккә төш­мәй­ҙәр, хурлыҡҡа батмайҙар, юғал­тыу­ҙар кисергәндә юғалып ҡал­майҙар, ҡай­ғылар күргәндә шартлап һын­майҙар; улар­ҙы хатта аслыҡ-ялан­ғаслыҡ та кәм­һетә алмай, сибәр­лектәренә ҡағылырға ҡартлыҡ хатта үҙе тартына. Заманалар алмашыныуы, әҙәп-әхлаҡтың үҙгә­реүе, изгелек менән яуызлыҡ алыштары, оло фажиғәләр, ваҡ ығы-зығылар уларға ҡағылмай. Күп хәҡиҡәттәрҙе инҡар итеп, күп ҡанун­дарҙы юҡҡа сығарып, тә­кәббер хаким­дарҙы хатта тәхет­тәре­нән ҡолатып була, ә бындай ҡатындарҙы инҡар итеп тә, юҡҡа сығарып та, тәхеттән ҡолатып та булмай. Йөҙ йыл әүәл, мең йыл әүәл нисек йәшәгәндәр, шулай йәшәй бирәләр, сөнки улар — даһиҙар...”


Вернуться назад