Һорау – яуап13.11.2015
— Ишембай ҡалаһында атай-әсәйем менән бер бүлмәле фатирҙа йәшәйем. “Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ” федераль программаһы хаҡында ишет­кәс, унда ҡатнашыу теләге тыуҙы. Тик ҡала хакимиәтенә барғас, бер аҙ кәйеф төштө. Баҡтиһәң, әлегә Ишембайҙа ул программа буйынса йорттар төҙөлмәй икән. Бындай осраҡта миңә нимә эшләргә?

Айгөл РАФИҠОВА.
Ишембай ҡалаһы.


— Борсолмағыҙ. Был программаға ярашлы һеҙ ҡайҙа теләһәгеҙ, шунан торлаҡ һатып ала алаһығыҙ. Башҡортостандың башҡа райондарында ла шундай уҡ йорттар төҙөлә. Һеҙгә Ишембайға яҡын урынлашҡан Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларынан фатир алырға була. Был программаның шундай ыңғай яғы бар: граждандар төп йәшәгән урынынан ғына түгел, тотош төбәктән торлаҡ һайлау мөмкинлегенә эйә.


Вернуться назад