ЮРИСТ КӘҢӘШТӘРЕ13.11.2015
Барыһы ла ваҡытынан
алда пенсияға сыға
алмай
– Үҙебеҙҙең дүрт балабыҙ бар, биш йыл элек тағы бер малайҙы уллыҡҡа алдыҡ. Ҡатыным 50 йәштән хаҡлы ялға сыға аламы?
Сәлим.
Белорет районы.
– “Страховка пенсиялары тураһында”ғы Федераль закондың 32-се статьяһына ярашлы, биш һәм унан күберәк, ике һәм унан күберәк бала тапҡан, өҫтәүенә Алыҫ Көнсығышта 12 йыл йәки уға тиңләштерелгән урындарҙа 17 йыл; Алыҫ Көнсығыш райондарында 15 йыл йәки уға тиңләштерелгән төбәктәрҙә 20 йыл эшләгән һәм страховка стажы 20 йылдан кәм булмаған ҡатындар ғына хаҡлы ялға ваҡытынан алда китә ала. Әйткәндәй, әгәр үрҙә әйтелгәндәр кемгәлер ҡағылһа, пенсияға ваҡытынан алда китеү хоҡуғы эшләүгә-эшләмәүгә ҡарамай,
50 йәштән тәғәйенләнә.
Әгәр ҙә кемдер бала саҡтан инвалид ҡыҙын йәки улын тәрбиәләп үҫтерә, өҫтәүенә 15 йыл страховка стажына эйә икән, ваҡытынан алда пенсияға китергә хоҡуҡлы. Әммә бер иҫкәрмә бар: әсә баланы 8 йәшкә тиклем үҙе тәрбиәләргә тейеш. Әйткәндәй, страховка стажына инвалид баланы ҡараған башҡа осор ҙа индерелә. Шулай итеп, баланың 18 йәшкә тиклем инвалидлыҡ юлланған йылдары ла иҫәпләнә.
Миҙал
ике яҡлы
була
– Эш хаҡын банк картаһына даими күсереп баралар. Ләкин беҙҙе хеҙмәтләндергән кредит ойошмаһының банкоматтары аҙ булыуы миңә оҡшамай. Банкты үҙем һайлай алмайыммы ни?
Лилиә.
Өфө ҡалаһы.
– Эйе, ысынлап та, 2014 йылдың 5 ноябренән эш хаҡығыҙҙы күсереү өсөн банкты һайлай алаһығыҙ. Һеҙгә банктың исемен, картағыҙҙың һандарын күрһәтеп етәксегеҙгә ғариза яҙырға кәрәк. Ләкин миҙалдың икенсе яғы бар: икенсе банкты һайлаһағыҙ, картаны хеҙмәтләндереү сығымдарын үҙегеҙ ҡапларға тейешһегеҙ. Әгәр кредит картаһы икән, комиссия ла аласаҡтар, эш хаҡы тип тормаясаҡтар.