Фатирлы булам тиһәң...13.11.2015
Фатирлы булам тиһәң... «Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ» федераль дәүләт программаһында ҡатнаш
Бөгөн бигерәк тә ҡала ерендә йәшәгәндәргә торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү еңелдән түгел. Уға хаҡтың йыллап түгел, айлап артыуын күҙәтеп, күптәр өмөтһөҙлөккә бирелә. Айырыуса бюджет хеҙмәткәрҙәренә тормошҡа ашмаҫлыҡ хыял булып тойола был. Ысынлап та, ҙур булмаған эш хаҡына нисек ғаиләңде ҡарайһың да, нисек торлаҡ һатып алаһың?! Шуғалыр ҙа һуңғы йылдарҙа ат хаҡылай аҡса түләп, кеше фатирында көн күргәндәр бермә-бер артты. Бигерәк тә йәштәргә был ҙур ҡатмарлыҡтар тыуҙыра.

Өмөтһөҙ – шайтан, тиҙәр бит халыҡта. Нисек кенә булмаһын, ил кимәлендә был мәсьәләне хәл итеү йәһәтенән төрлө программалар эшләп килә. Әгәр сосораҡ булып, тәүәккәлләһәң, “мөйөш”лө булыуың да бар. Ошондай федераль програм­маларҙың береһе хаҡында ентекле мәғлүмәт бирмәксебеҙ.
Илебеҙҙә былтырҙан алып “Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ” программаһы эшләй башланы. Ул дәүләт ярҙамына мохтаж, килеме түбән граждандарҙың көнкүреш шарттарын яҡшыр­тыу­ға йүнәлтелгән. Планға ярашлы, Рәсәйҙә дүрт йыл эсендә 25 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлөргә тейеш.
Республикабыҙҙа иһә шул маҡсатта 600 мең квадрат мерт торлаҡ сафҡа инергә тейеш. Әле иһә был программа буйынса Өфөлә, Туймазыла, Нефтекама­ла, Октябрьскийҙа, Стәрлета­маҡ­та, башҡа ҡала һәм район­дарҙа төҙөлөш әүҙем бара.
Әйткәндәй, ошо мөмкинлектән файҙаланған Нефтекама халҡы тәүгеләрҙән булып Яңы йыл алдынан өй туйлаясаҡ (аҫтағы һүрәттә). Ҡала хакимиәтенең торлаҡ бүлеге начальнигы Марат Әхмәтов белдереүенсә, ошо төбәктән программала 220 ғаилә ҡатнаша.
«Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ» программаһының киңлеге буйынса Башҡортостан илебеҙҙә алдынғылар рәтендә. Бары Приморье крайынан ғына ҡалышып, икенсе урынды биләй респуб­ликабыҙ.
Был программа нимәһе менән отошло һуң? Беренсенән, фатир баҙарҙыҡынан күпкә осһоҙораҡ. Икенсенән, төҙөлөш эштәре дәү­ләт тарафынан күҙәтеп барыла. Тимәк, алданған өлөшсө булып ҡалыу хәүефе һеҙгә янамай. Шулай уҡ программала аккредита­цияланған банктар ғына ҡат­наша. Дәүләт хәстәрлеген фай­ҙаланыу өсөн йәшәгән урынығыҙ буйынса хакимиәткә мөрәжәғәт итегеҙ.
Программаның үҙенсәлеге:

* Рәсәйҙә 25 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөләсәк;
* эконом-класлы торлаҡтың бер квадрат метры 35 000 һумдан артмай;
* дәүләт ярҙамында ипотека алырға була (йылына – 9,9 %, тәүге иғәнә – 10 %);
* фатир баҙар хаҡынан күпкә осһоҙораҡ;
* программа 2014—2017 йылдарға иҫәпләнгән;
* йорттарҙы төҙөү дәүләт тарафынан күҙәтелә, шуға ла алданған өлөшсөләр булмаясаҡ.


Вернуться назад