“Ирҙе һынағың килһә, юлға сыҡ”13.11.2015
— Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә сикләүҙәр йыш индерелеүгә ҡарамаҫтан, бәлә-ҡаза кәмемәй. Бының сәбәбе автомәктәптәрҙең тейешле кимәлдә эшләмәүендәлер, тим...
Ф. ИБРАҺИМОВ.
Бүздәк районы.
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
“Беҙ тимерҙе күктән төшөрҙөк. Унда шул тиклем ҙур көс, ҡеүәт һәм әҙәм балаһы өсөн бөтмәҫ файҙа бар”, — тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дең “Тимер” сүрәһендә. Әйтелгәндәрҙең хаҡлығына йылдан-йыл нығыраҡ инанабыҙ: тимер хәҙерге сәнәғәттә, шулай уҡ айырым оҫталар тарафынан киң ҡулланыла. Был металдан эшләнгән техника төрҙәре лә камиллашыуҙан туҡтамай. Изге китабыбыҙҙа: “Тимерҙең файҙаһы сикһеҙ”, – тиелгән икән, тимәк, асыласаҡ хикмәттәр күп әле.
Ерҙең әйләнеүе, ҡояштың ҡалҡыуы, байыуы, йондоҙҙарҙың хәрәкәт итеүе – барыһы ла Аллаһтың ҡануны буйынса бара. Йылға ағышының да үҙ ҡағиҙәһе бар. Мәҫәлән, Өфөнө уратып аҡҡан Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим йылғалары бормаланмайынса, юғары тиҙлек менән туп-тура аҡһа, экологияға, үҫемлектәргә, балыҡтарға ҙур зыян килер ине. Шуның шикелле юл да үҙенсәлектәргә эйә. Уны тормош менән сағыштырырға мөмкин: бормалы-бормалы, әгәр ҙә ки тигеҙ генә барһа, әҙәм балаһы “йоҡлап” китәсәк. Шул уҡ ваҡытта икеһендә лә ҡанун-ҡағиҙәләр теүәл үтәлһә, тормошобоҙға зарар килмәҫ, бәлә-ҡаза урап үтер.
“Техниканы төҙөк хәлдә тотоғоҙ, ислах ҡылып файҙаланығыҙ”, — тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Пәйғәмбәребеҙҙең тағы бер хәҙисен йәнә иҫкә төшөрөп уҙайыҡ. Ир кеше дөйәнән төшкән дә: “Эй, Раббым, үҙеңә тапшырҙым”, – тип йәһәт кенә китергә булған. “Көтөп тор, ашыҡма, – тип туҡтатҡан уны Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. – Алдан дөйәңде яҡшылап ҡара, бәйлә, унан Аллаһ Тәғәләгә тапшырырһың”. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, хәүефһеҙлек тәү сиратта үҙебеҙгә бәйле.
Мәғлүм ки, бөгөн кешеләргә автомобиль алыу өсөн киң мөмкинлектәр тыуҙырылды. Шуға ла юлдарҙа тығын барлыҡҡа килде, өҫтәүенә ҡала-ауылдар эсендәге тиҙлек тә артып китте. Мәҫәлән, еңел машиналарҙыҡы – сәғәтенә уртаса 70 – 80 саҡрым тирәһе. Хатта ки унан да арттырғандар бар. Автомобиль оло юлдан сәғәтенә 90 саҡрым тиҙлек менән барған хәлдә бер секундта 20 метр тирәһе ер уҙа. Тимәк, 100 метрлыҡ ара дүрт секундта үтелә тигән һүҙ. Ифрат ҙур тиҙлек бит! Ошо һәм башҡа осраҡтарҙы күҙ уңында тотоп, юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ҡаты талаптар өҫтәлә барыуы йәмғиәт тарафынан хупланырға тейеш.
Үҙгәрештәрҙән тик яҡшылыҡ эҙләргә кәрәк. Көндән-көн тиерлек тулылана барған юлдарҙа хәүеф-хәтәр һағалап ҡына тора бит. Тыйыуҙар индереп, дәүләт кешелекте ошо ҡурҡыныстарҙан араларға тырыша, именлек һағында тора. Ә водитель “яңылыҡтар күп” тип зарланмаҫҡа, һәр нәмә менән ҡыҙыҡһынып барырға, белемен даими камиллаштырырға бурыслы.
“Бәлә-ҡаза күплегенең сәбәбе – автомәктәптәрҙең эшләп еткермәүендә”, – ти ҡәрҙәшебеҙ. Белеүемсә, бындай уҡыу йорттары һуңғы йылдарҙа ҙур һынау уҙҙы, һөҙөмтәлә әле иң яҡшылары ғына хеҙмәтен дауам итә. Нисек кенә булмаһын, һәр кем сәбәпте тәүҙә үҙенән эҙләргә тейеш. Мәктәптә бүленгән айырым ваҡытта ғына барыһына ла өйрәнеп бөтөү мөмкин түгел. Шунлыҡтан водитель артабан да ғилем туплауҙан туҡтамаҫҡа, һәр көндө дәрес кеүек ҡабул итергә, яуаплы ҡарарға тейеш.
Юл тормош һымаҡ, тинем. Унда автомобиль йөрөтөүселәр генә түгел, пассажирҙар һәм йәйәүлеләр ҙә бар. Тәү сиратта улар араһында бер-береһенә ихтирам, иғтибар булырға тейеш. Шул осраҡта, һис шикһеҙ, фажиғәләр ҙә кәмер ине. Юлда барыбыҙ ҙа бер тигеҙ, унда министр ҙа, губернатор ҙа өҫтөн түгел. Ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү һәр кем өсөн мотлаҡ.
Юлда ла, тормоштағы кеүек, бер-беребеҙгә ихтирамлы, иғтибарлы, ярҙамсыл булайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Һәммәбеҙҙең дә ғаиләһе, ата-әсәһе, балалары бар. Уларҙың ғүмере, яҙмышы өсөн яуаплы икәнлегебеҙҙе онотмайыҡ. “Ирҙе һынағың килһә, юлға сыҡ”, “Һаҡланғанды һаҡлармын” тигән әйтемдәрҙе һәр саҡ иҫтә тотоп, башҡалар алдында ышанысты юғалтмайыҡ. Юлдарыбыҙ һәр ваҡыт хәйерлегә, уңышҡа, бәрәкәткә илтһен! Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.