Изге эшкә ҡушыл, рухташ!29.02.2012
Хәбәр итеүебеҙсә, "Башҡортостан" гәзите редакцияһы республикабыҙҙан ситтә ғүмер кисергән ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ өсөн башҡортса китаптар, аудио- һәм видеокассеталар, шулай уҡ дисктар йыя башлағайны.
Күренекле шағир Хәсән Назар, әүҙем авторыбыҙ Әсләм Арыҫланов һәм башҡалар тәүге көндәрҙә үк шәхси китапханаһынан китаптар килтереп, өлгө күрһәтте. Кемдәр акцияға ҡушылып өлгөрмәгән, тулы мәғлүмәтте 272-05-43 һәм 272-42-07 телефондарына шылтыратып белә алаһығыҙ. Китаптар редакциябыҙҙың 519-сы бүлмәһендә ҡабул ителә.
Тиҙҙән махсус хәбәрселәребеҙ “рухи ылау” менән Һамар, Һарытау тарафтарына сәфәргә юллана. Улар редакцияға башҡорт зыялылары килтергән китаптарҙы милләттәштәребеҙгә таратасаҡ. Рухи аҙыҡ киләсәктә башҡорттар күпләп йәшәгән башҡа төбәктәргә лә оҙатыласаҡ.
“Башҡортостан” гәзите башлаған акцияға әүҙемерәк ҡушылайыҡ, дуҫтар!


Вернуться назад