Мәҙәктәр13.11.2015
Ҡарт менән ҡарсыҡ ҡунаҡҡа ике ҡыҙын саҡырған. Улары ғаиләләре менән килеп тә төшкән. Атай кеше балаларынан хәл-әхүәл һораша, ти. Бер ҡыҙы:
— Атай, беҙ күп итеп кирбес һуҡтыҡ, тиҙерәк кипһен өсөн эҫе көндәр кәрәк, һеҙ ҙә теләп тороғоҙ, ҡояш нығыраҡ ҡыҙҙырһын ине, — тигән.
— Ярай, ҡыҙым, теләрбеҙ, — тип баш ҡаҡҡан ҡарт.
Икенсеһе:
— Атай, беҙ күп итеп бойҙай сәстек. Игенебеҙ үҫһен өсөн дым кәрәк. Беҙгә ямғыр яуыуын теләгеҙ инде, — тип үтенгән.
— Әлбиттә, ҡыҙым, теләрбеҙ, теләрбеҙ...
Быны ишетеп торған ҡарсығы, асыуланып, ҡысҡырып ебәргән:
— Ҡартлас, ни эшләүең был?
Ҡарт көрһөнөп:
— Ни ҡылмаҡ кәрәк, балаларҙың икеһе лә үҙебеҙҙеке бит, — тигән булған.
***
— Иптәш режиссер, һеҙ һаман пьесамды уҡып сыҡмайһығыҙ. Ул өҫтәлегеҙҙә күптән көтөп ята бит. Дүртенсе йыл китте... — тигән йәш драматург.
— Әҫәрегеҙгә шундай оҙон ғүмер бирелгәнгә шатланығыҙ ғына.
— Ни өсөн?
— Уны сәхнәгә ҡуйған булһаҡ, икенсе көнөнә үк оноторҙар ине.
***
Ире өйгә һуңлап ҡайта. Ҡатын асыулы ҡараш менән ҡаршы ала:
— Шулай оҙаҡ ҡайҙа йөрөнөң?
— Дуҫтар менән шахмат уйнаным.
— Ә ниңә һинән араҡы еҫе килә?
— Һинеңсә, шахмат еҫе аңҡырға тейешме ни?
***
Түрә сәркәтибен саҡырып ала ла асыулы тауыш менән:
— Эштән ҡыуам! — тип аҡыра.
Ҡыҙ ҡаушап, ишетелер-ишетелмәҫ тауыш менән:
— Хужам, ниңә улай итәһегеҙ? — тип һорарға көс таба.
—Өҫтәлдәге туҙанды һин һөрттөңмө?
— Мин...
— Унда бик мөһим телефон һандарын яҙғайным, ә һин!..