Колбасала ит күпме?11.11.2015
Колбасала ит күпме? Ҡасандыр, һыуытҡысҡа ҡытлыҡ булғанда, ауылда ул тик хәлле йәшәүселәрҙең йортонда ғына күренде. Ундай затлы әйберҙе башҡалар һатып ала алмаһа ла, һәр кем үҙенсә йәшәргә тырышты. Ҡатын-ҡыҙҙың кис һауылған һөтөн күнәге менән күтәрмәгә элеп ҡуйыуы, май-ҡаймаҡты мөгәрәпкә төшөрөүе, итте банкала тоҙлауы, ҡаҡ һәм ҡорот эшләүе... Ҡыҫҡаһы, ашамлыҡты нисек тә оҙағыраҡ һаҡларға тырышып, боҙолмаған-еҫләнмәгән көйө өҫтәлгә килтереп ҡуйыуҙары хәтерҙә ҡалған. Шулай иҫләргә генә ҡала, бөгөн һыуытҡыста ниндәй генә төр аҙыҡ юҡ!

Ысынлап та, хәҙер тамаҡ һыйлы. Мәҫәлән, аҙыҡ-түлек магазинының ит бүлегенә килеп инһәң, колбасаның күплеге иҫте китәрә, төрлөлөгөнән күҙҙәр сыбарлана! Уның сифатлырағын һайла­йым тиһәң инде, кеҫәне йоҡар­тырға тура килә. Кем әйтмешләй, ә тегеләрен хатта эт тә еҫкәп ҡарамаясаҡ. Колбаса изделиеларын эшләгәндә уға төрлө “тәмләткес”тәр күпләп өҫтәйҙәр. Ғәжәп бит, ылы­мыҡ­тан алынған каррагинан, гуара­на орлоғо колбасаны ҡуйыртыу маҡсатында ҡулланыла икән, ә фосфатлы химик матдәләр, киреһенсә, колбасала әҙ генә һыу күренһен йәки уны йомшартыу өсөн ҡушыла. Беләһегеҙме ни өсөн нитрит һәм нитрат кеүек консерванттар кәрәк? Баҡтиһәң, улар ризыҡҡа ылыҡ­тырырлыҡ алһыу төҫ бирә. Шулай уҡ натрий глутаматы тәмле еҫте көсәйтә, ә натрий изоаскорбаты менән аскорбин кислотаһын тиҙ боҙолмаһын өсөн фаршҡа ҡушалар. Ҡайһы бер төр колбасаны сәйнәрлек тә түгел: унда иттән тыш малдың ҡолағы, сусҡаның ҡойроғо, һеңер ҡушып туралған була.
Ҡулланыусылар эксперти­заһы үҙәге хәбәр итеүенсә, бөгөн беҙ яратып ашаған колбасала ит 20-30 проценттан да артмай. Уның ҡарауы, шул уҡ нитрат һәм фосфат тейешенә ҡарағанда бер нисә тапҡырға артыҡ. Билдәле, ул һаулыҡ өсөн бик хәүефле.
Колбасаһыҙ бер көн дә йәшәй алмаусыларға уны һәр ваҡыт стационар сауҙа нөктә­ләренән алырға тәҡдим итер инек. Ашарлыҡмы-юҡмы икәнен белеү өсөн тәмләп ҡарау ҙа етә. Еҫе һәм тәме колбасаны һатып алғанда хәл иткес әһәмиәткә эйә. Әлбиттә, һатып алыр алдынан магазинда унан ауыҙ иттермәйәсәктәр. Шуға күрә лә колбасаны бер ҡасан да күрмәҫтәй булып күп түгел, әҙ генә алырға кәрәк. Кемгә нисектер, миңә ҡалһа, колбаса көн­дә­лек рационға инергә тейеш түгел, ул һағындырып ҡына ашала торған ризыҡ булһын, аш төрләндереү өсөн тимәксе­мен. Һимереүҙән яфаланыусы­ларға үтенес: колбасала тоҙ, май һәм холестерин күп, уны мөмкин тиклем әҙерәк ҡулла­нырға тырышығыҙ.
Бер заман колхоз рәйесенең улы менән ут күрше торғас, тығыҙ аралашып йәшәнек. Ни өсөндөр уның колбаса күстә­нә­се, беҙҙеке менән сағыштыр­ған­да, һәр саҡ ашап туйғыһыҙ була торғайны. Бер үк мага­зинға йөрөйбөҙ тигәндәй. Әммә бер көндө сер асылды. Баҡти­һәң, атаһы һуғым итен Сибай комбинатына үҙе алып барып, күҙ алдында тиерлек колбаса эшләткән икән... заказ буйынса!
Ә инде табынығыҙға колбаса ҡуйыу-ҡуймау мәсьәләһен үҙе­геҙ хәл итегеҙ. Шуны беләм: был ризыҡты ашамайынса ла көн итергә була. Иткә өҫтөнлөк бирһәгеҙ, бер ҡасан да отол­маҫ­һығыҙ. Унан йөҙ төрлө ашамлыҡ әҙерләргә мөмкин.




Вернуться назад