Мутлашыуға юл ябылды11.11.2015
Мутлашыуға юл ябылды Беҙ танышасаҡ һуғым цехы район үҙәгенең ситендә урынлашҡан.
– Кемгәлер, бәлки, яңылыҡ оҡшап та етмәйҙер, әммә күпселек уны барыбер хуп­лай, – тип һөйләй уның директоры Вил Әхмәтшин. – Ул юҡҡа ғына уйлап сығарылмаған бит. Был өлкәлә тулы тәртип булыуы шарт.



Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 1 июл­дән һатыу өсөн тәғәйен­ләнгән мал-тыуар махсус һуғым пункттарында ғына салынып, эшкәртелергә тейеш. Дөрөҫ, яңылыҡ ҡыуандырманы. Ни тиһәң дә, ошоғаса ауыл хал­ҡына малын һуйып баҙарға һатыуға сығарыу әллә ни ҡы­йынлыҡ тыуҙырманы, бының өсөн ветеринар табиптың ус аяһындай ғына ҡағыҙы ла етә ине. Хәҙер иһә малыңды һуғым цехына алып барыу өсөн маши­наһын табырға, салдырырға, эшкәрттерергә, унан һуң әҙер итте һыуытҡысы булған транспортта һатыу нөктәһенә илтергә кәрәк. Ә бит быларҙың береһе лә бушҡа башҡарылмай.
Миҙалдың икенсе яғы ла бар. Әлегә тиклем баҙарға ниндәй генә ит килтереп тултырманылар. Сифатлымы, сифатһыҙмы — һатыусы үҙе генә белде. Яңы закон тәү сиратта ана шундай мут эшҡыуарҙарҙың юлын быуҙы ла инде. Был осраҡта һатыусыны ла, һатып алыусыны ла аңларға була. Һатыусыға — ваҡыт, килем, һатып алыусыға сифат ҡәҙерлерәк. Һуғым цехтары ниндәйҙер кимәлдә ана шул алтын урталыҡты хасил итте лә инде. Һәр хәлдә, Миәкә районында эшләп килгән һуғым цехы директоры Вил Айрат улының башланғысы ошонан ғибәрәт.
– Хәҙер малды сәләмәт икән­легенә инанып һуйғас, баҙар­ҙа­ғы иттең сифатына шик тыу­май. Малға ветеринар тик­шереү ҡа­ғы­ҙы бирелә, унда прививкалар тураһында ла тулы белешмә бар, — ти Вил Айрат улы.
Һуғым пункттарын булдырыу тураһындағы регламент яңылыҡ кеүек ҡабул ителһә лә, республикала бындай урындарҙың элек тә булыуын өлкән быуын вәкилдәре хәтерләй әле. Әммә камиллыҡтың сиге юҡ тигәндәй, талаптар ҙа заман менән бергә ҡәтғиләнә.




Вернуться назад