Эсәр һыуға хәүеф юҡ11.11.2015
Стәрлетамаҡ районының Косяковка ауылы эргәһендәге Ҡыйыш (Тоҙло) күл бысранған.
Тикшереү барышында “Авангард” предприятиеһының күл аша һалынған торбанан бысраҡ һыу ағыҙыуы, уның һыу ятҡылығына төшөүе һөҙөмтәһендә балыҡтарҙың һәләк булыуы асыҡланған. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Стәрлетамаҡ идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, предприятие был торбаны ҡулланылған бысраҡ һыуҙы биологик таҙартыу ҡоролмалары аша үткәргәндән һуң Ағиҙелдең элекке үҙәненә ағыҙыу өсөн файҙаланған. Бындай эшкә “Авангард”тың тейешле рөхсәт ҡағыҙы ла бар.
Шул уҡ ваҡытта тикшереүгә алынған күл һыуында бысраҡ матдәләрҙең билдәләнгән нормативтан байтаҡҡа юғары булыуы күҙәтелгән. Ятҡылыҡтың бысраныуына сәнәғәт предприятиеларының береһендә эш тәртибен боҙоу сәбәпсе. Әле белгестәр һыу сифатын тикшереүҙе дауам итә. Эсәр һыу сығанаҡтарына бер ниндәй ҙә хәүеф янамай.