Благовещенда Башҡортостан юғары уҡыу йорттары Ректорҙар советының сираттағы күсмә ултырышы булды.
Унда Владимир Путиндың йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин, Башҡорттостан дәүләт аграр университеты ректоры Илдар Ғәбитов, Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры Морат Ғөзәйеров, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы ректоры вазифаһын башҡарыусы Наталья Солодилова, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов, Благовещен районы хакимиәте башлығы Фәрит Фазылов, мәктәпте һәм урта махсус белем биреү йорттарын тамамлаусылар, шулай уҡ уларҙың ата-әсәләре ҡатнашты.
Ултырышта Берҙәм дәүләт имтихандары системаһы, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү, студенттарҙың йәмғиәт тормошонда ҡатнашыуы һәм йәштәр мөхитендә насар ғәҙәттәрҙе иҫкәртеү мәсьәләләренә айырым иғтибар бүленде. Шулай уҡ уҡырға ингәндә балдарҙың түбән булыуы ла тикшерелде.
Ректорҙар республикала юғары белем биреүҙе үҫтереү юлдары хаҡында һөйләне һәм һорауҙарға яуап бирҙе.
Аҙаҡтан Өфө дәүләт авиация техник университеты студенттары концерт күрһәтте. Унан һуң сарала ҡатнашыусылар районда ҡышты оҙатыу байрамында булды.
Быға тиклем Башҡортостан вуздарының Ректорҙар советы ҡайһы бер ҡалаларҙа һәм райондарҙа юғары белем алыу мөмкинлеген өйрәнеү буйынса күсмә ултырыштар ойоштороу тәҡдиме менән сығыш яһағайны. Шишмә һәм Дүртөйлө райондарында, Бәләбәй ҡалаһында ошондай саралар үтте лә инде. Киләһе ултырыштарҙы 29 февралдә Дыуан районында һәм 1 мартта Стәрлетамаҡта уҙғарыу күҙаллана.
Р. ХӘМИҘУЛЛИН.