Их, шишмә шифаһы…11.11.2015
“Башҡортостан экология һәм тәбиғәт ресурстары” дәүләт программаһына ярашлы, быйыл республикабыҙҙа туғыҙ шишмә төҙөкләндерелгән.

Саралар Салауат, Күгәрсен, Илеш, Бәләбәй, Тәтешле, Өфө, Бишбүләк, Ҡариҙел һәм Әлшәй райондарында уҙғарылған. Был эшкә төбәк ҡаҙнаһынан 900 мең һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Салауат районының Юныс ауылындағы Юлай шишмәһе биләмәһе төҙөкләндерелгән. Был шишмәгә халыҡ күп йөрөй. Салауат мәмерйәһенә, милли батырыбыҙҙың исеме менән бәйле булған башҡа тарихи урындарға юлланған туристар өҙөлмәй бынан. Күгәрсен районында иһә Теләүембәт ауылы янындағы шишмә тәртипкә килтерелгән. Уның саф, таҙа минераль һыуын ауыл халҡы яратып эсә.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының бүлек етәксеһе Эдуард Нагаев әйтеүенсә, бындай эш республикабыҙҙа йыл һайын тормошҡа ашырыла. Программала ҡатнашыу өсөн район хакимиәттәренән ғаризалар ҡабул ителә. Уларҙы һайлап алыуҙың төп күрһәткесе — шишмә һыуы сифатының санитария, гигиена талаптарына яуап биреүе.




Вернуться назад