Көмөштәй саф булырға тейеш11.11.2015
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев “Рәсәй Федерацияһының айырым закон акт­тарына үҙгәрештәр индереү тураһында” Закон концепцияһын хуплай. Халыҡ тарафынан һайланған депутат үҙенең иҡтисади хәлен асыҡтан-асыҡ белдерергә тейеш, тип иҫәпләй ул.

– Әгәр кеше үҙен һайлауҙарын һорап халыҡҡа мөрәжәғәт итә икән, ул депутат вәкәләттәрен үтәүсе булып тора. Депутат закондар, норматив акттар ҡабул итеүҙә ҡатнаша. Тап ошо ҡанундар йәмғиәттә үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен сағылдыра. Шуға ла халыҡ вәкиле ғәҙеллек һағында торорға һәм үҙе лә бөгөнгө тормош ҡуйған талаптарға тулыһынса яуап бирергә тейеш, – тип билдәләне республика парламенты спикеры.




Вернуться назад