Төркиәгә кем барыр?11.11.2015
15 – 22 декабрҙә “ТӨРКСОЙ” ойошмаһы булышлығында Истанбул ҡалаһында өсөнсө халыҡ-ара “Төрквижн-2015” йыр конкурсы уҙа.

“Төрквижн” – төрки халыҡтары араһында “Евровидение” аналогы. Ярымфиналда барлыҡ илдәр ҙә ҡатнаша алһа, финалға дәғүәселәрҙең 12-һе үтәсәк.
Конкурстың маҡсаты – төрки эстрадаһының музыка сәнғәтен үҫтереү, таланттарға донъя кимәленә сығырға булышлыҡ итеү, халыҡ йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү, халыҡ-ара ижади бәйләнештәрҙе нығытыу.
5 октябрҙән республика конкурсы башланғыс алды. Уның финалы Өфөнөң “Башҡортостан” концерт залында бөгөн буласаҡ. Еңеүсе Төркиәлә Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.



Вернуться назад