Ҡыш бабайҙың йорто ҡайҙа?11.11.2015
Яңы йылды ҡаршылар алдынан һәр бала тиерлек Ҡыш бабайға хат яҙа. Кемдер уйынсыҡ һорай, берәүҙәре киләһе йылда тик “бишле” алыуын теләй, бәғзеләре баш ҡаланы күреү хыялы менән яна. Ә бына шул үтенес менән конвертты ҡайҙа ебәрергә? Үткән аҙнала ғына гәзитебеҙ республикала Ҡыш бабай резиденцияһы булдырыу мәсьәләһен күтәреп сыҡҡайны...
Яңы йылда беҙҙең Ҡыш бабай Ишембай районында Торатау итә­гендә йәшәйәсәк. Был турала рес­пуб­ликабыҙҙың Эшҡыуар­лыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов бел­дерҙе. Иң күңелле байрамды билдәләү өсөн “Мөғ­жизәле Яңы йыл Башҡортостаны” проек­ты әҙерлән­гән. Йәнтөйәгебеҙгә турис­тарҙы йә­леп итеү маҡсатынан рес­пуб­ли­ка­быҙ буйлап төрлө маршруттар булды­рылған. Ә инде баш ҡалабыҙ Өфөлә 1 – 10 ғинуарҙа ғаи­лә менән күңел асыу өсөн ҡыҙыҡлы прог­раммалар әҙерләнгән.
Атап әйткәндә, ҡала буйлап метробус йөрөйәсәк. Ул Өфөнөң ҡы­ҙыҡлы урындарына, музейҙарға һәм мәҙәниәт һарай­ҙарына алып бара­саҡ. Ә инде маршруттағы ирек­мәндәр һеҙгә ҡайҙа матур итеп ял итергә кәңәш бирер.
Быйылдан башлап Башҡортос­танда Ҡыш бабай йорто булыуы – балалар өсөн шат­лыҡ­лы күренеш. Әйткәндәй, уны үҙ ерендә төплән­дерер өсөн күп райондар дәғүә ит­кән. Тик ишембайҙарға етеүсе та­был­ма­ған.
Байрам мәлендә Торатау итә­ген­дә уның тир­мәһен күреп, үҙе менән яҡын­дан ара­лашыу мөмкинлеге лә була­саҡ. Унда мил­ли аш-һыуҙы тәмләү, суве­нирҙар алыу, йыр-моң менән күңел асыу ҙа ҡаралған. Ҡунаҡтарҙы баш ҡаланан Ҡыш бабайҙың яңы төйәгенә махсус транспорт йөрөтәсәк.
Ә инде хат яҙырға теләгәндәргә ҡыш хужаһының адресын бирәбеҙ: Ишембай районы, Урман-Биш­ҡаҙаҡ ауылы, “Ҡыш бабайға”.




Вернуться назад