Беҙ һеҙгә ышанабыҙ11.11.2015
Беҙ һеҙгә ышанабыҙ Йыл һайын 10 ноябрҙә Рәсәйҙә эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Кисә ошо уңайҙан баш ҡалала тантаналы йыйылыш булды. Сарала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, хоҡуҡ һаҡлау органдары, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, тармаҡ алдынғылары һәм ветерандар ҡатнашты.


— Кешеләрҙең имен тормошо һәм һаулығы, дәүләттең һәм йәмғиәттең тотороҡло үҫеше һеҙҙең эшмәкәрлегегеҙгә, оҫталығығыҙға бәйле. Беҙҙең төп маҡсат — граждандар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Власть менән хоҡуҡ һаҡлау органдары бергә эшләгәндә һәр саҡ ыңғай һөҙөмтә күренә, — тине Рөстәм Зәки улы. — Башҡортостандың эске эштәр хеҙмәткәрҙәре гел яҡшы иҫәптә булды. Һуңғы йылдарҙа төбәктә енәйәтселек кимәле – Волга буйы федераль округы һәм ил буйынса иң түбәндәрҙең береһе. Был — һеҙҙең көндәлек көсөргәнешле хеҙмәтегеҙ һөҙөмтәһе.
Беҙ һеҙгә ышанабыҙРөстәм Хәмитов юл һәләкәттәре һанын кәметеү йәһәтенән һөҙөмтәлерәк эшләргә, шулай уҡ иҡтисад, фармацевтика тармағына, бюджет аҡсаһын һаҡлауға, контрабанда әйберҙәр етештереүҙе иҫкәртеүгә иғтибарҙы көсәйтергә саҡырҙы.
— Һөҙөмтәләр бар, әлбиттә. Әммә был тынысланырға мөмкин тигәнде аңлатмай. Беҙгә енәйәтселеккә, хоҡуҡ боҙоу осраҡтарына ҡаршы көрәшеүҙән дә бигерәк, уларҙы иҫкәртеү, ғөмүмән, булдырмау сараһын күреү зарур. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эш бик күп. Тик шуны онотмағыҙ: халыҡ һеҙгә ышана, һеҙ был ышанысты бер нимәгә ҡарамай аҡларға тейешһегеҙ, — тине республика Башлығы.
Рөстәм Зәки улы именлек һаҡсыларына ихлас күңелдән рәхмәт әйтте. Айырыуса быйыл июлдә үткән ШОС һәм БРИКС саммиттары барышында тәртип һаҡлау, ҡунаҡ­тарҙың, республика халҡының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү бурысының юғары кимәлдә үтәлеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙе Хөкүмәт, ведомство наградалары менән бүләкләне. Хеҙмәттәштәрен байрам менән Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдин да ҡотланы, тармаҡ эшмәкәрлегенә ҡағылышлы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.
Әйткәндәй, эске эштәр органдары хеҙмәт­кәрҙәренә республиканың Милли музейы һәм уның филиалдары ла бүләк әҙерләгән. 3 но­ябр­ҙән 15-енә тиклем полиция хеҙмәткәрҙәре һәм уларҙың ғаиләләре Башҡортостандың Милли музейын, Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейын, Сергей Аксаковтың мемориаль йорт-музейын, Әбйәлил, Темәс, Дүртөйлө, Ок­тябрьский, Учалы тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарын, Малаяҙ ауылындағы Салауат Юлаев һәм Ишембайҙағы Зәки Вәлиди музейын ҡарай ала.







Вернуться назад