Томанлы яҙмыш11.11.2015
Томанлы яҙмыш Иртә лә генә томан,
Кис тә томан –
Был томанҡайҙарға
Ни булған…
(Халыҡ йырынан).

Ошо моңһоу, һағышлы йырҙы ишеткән һайын күҙ алдыма беҙҙән бер өй аша ғына торған күршебеҙ Минафа әбей килеп баҫа. Йылмай­ған­да ла күҙҙәре шундай моңһоу булып ҡала ине уның. Бына әле лә ҡап уртаға ярып, ике толомдан үрелгән сәсендәге көмөш тәңкәләрҙе сылтыратып, ашығып уҙып барышлай башын миңә табан бороп, йылмайып үтеп киткән кеүек. Күҙҙәренән моң-һағыш таралып, тирә-яҡҡа һибелеп ҡал­ған­дай булды. Уйҙарым үткән­дәргә тәгәрәне…
Йәш кенә килеш яусылатып килгән Сабир бабайға биреп ебәрә уны атаһы. Йәрәшеп, вәғәҙәләшеп йөрөгән егете лә була. Ялынып та, ялбарып та ҡарай ул атаһына: бер ай ғына көтөп торайыҡ, күнегәйем кейәүгә сығыу тигән һүҙгә, дуҫ ҡыҙҙарымды ла күреп ҡалайым, тип. Юҡ, атай кеше уны ишетергә лә теләмәй. Һин — сауҙагәр, мин — һатыусы, тауар – минән, мәһәре — һинән, тип кейәү булаһы кешене һыйлап, илата-илата ултыртып ебәрә ул ҡыҙын. “Артыҡ бала ла түгел инем, мохтажлыҡ күрмәй үҫтем. Ҡәҙерле инем бит һуң, ни өсөн ризалыҡһыҙ, мал оҙатҡан кеүек, ат арбаһына һалып ебәрҙе һуң атайым?” — тип ғүмере буйы ғазаплана Минафа. Өфөлә уҡып йөрөгән егетен һағынып, уға табынып ғүмере үткәнен дә һиҙмәй. Насар йәшәмәй ул Сабир менән. Бик ҡоро холоҡло, аҙ һүҙле булһа ла, йәберләп-кәмһетеп бармай ул Минафаны. Өс ҡыҙ, бер ул үҫте­­рә­ләр.
Тик балаларының яҙмышы бик аяныслы, үкенесле шул. Оло ҡыҙҙары Зәйтүнәгә ун алты йәш тулғанда, күршелә йәшәгән Шәмсиә әбейҙең өл­кән ҡыҙы Гөлсирә Үзбәк­стан­дан ҡайтып төшә. Зәйтүнәне үҙ яғына ауҙарып, бай кейәү табып бирәм, тип алдаштырып, үҙе менән алып китә. Ул заманда шул төбәктә йәшәгән­дәр беҙҙең ауылдан да байтаҡ ҡына була. Ҡыҙынан хат-хәбәр килмәгәс, Минафа әбей балаһының хәлен белешергә йылы яҡтан ҡайтҡан­дарҙың береһенә бара ла һөйләгән хәбәрҙәренән сиргә һабыша. Гөлсирәнең Зәйтүнәне Үзбәк­станға алып барғас та бер үзбәккә ҡоллоҡҡа һатыуы, тегенеһе уны көн дә тиерлек туҡмауы, шул үзбәктән бер-бер артлы алты бала табыуы, башҡа балаңды күрә алмаҫ­һың, ахыры, тип әйтеүҙәре аяҡтан йыға әсәне.
Бер барырға ла йыйына улар. Тик теүәл адресын белмәгәс, Гөлсирәнең ҡайтҡанын көтәләр. Ялына, ялбара әсә Гөлсирәгә, алып ҡайт баламды, ҡунаҡҡа булһа ла, тип. Бер нисә йыл үткәс, ҡайтып төшә ҡыҙы ире, өс балаһы менән. Әсәһенән дә ҡартыраҡ күренгән Зәйтүнәгә бөтә ауыл халҡы аптырай. Үҙ телен дә онотҡан өҫтәүенә. Ир тигән кешеһе лә бер кем менән дә яңғыҙын ҡалдырмай ҡатынын. Иң мөһиме — иҫән бит, тип ҡыуана әсә кеше. Ҡулынан килгәнсә ҡунаҡ итергә, күңелен күрергә тырыша ҡыҙының, бүләктәр би­рә. Тик бер тапҡыр ҙа асылып китеп һөйләшә алмай әсәһе менән Зәйтүнә. Ҡара­шын йәшерә, йәш тулы күҙҙә­рен ситкә бороп, тораташ ке­үек ҡатып, шым ғына ултыра.
“Һуңынан ҡайтып алырһың, ҡалдырып тор Зәйтүнәмде”, – тип ялынған әсәгә ир кеше ҡаты ғына “юҡ” тип яуаплай.
Бер аҙна үткәс, улар юлға сыға. Һуңғы күрешеүе була әсәнең ҡыҙы менән. Күп тә үтмәй, йылы яҡтан ҡайтҡан берәү, әсәгә килеп: “Зәйтүнәң­де ире аҫып үлтергән, оло ҡыҙы менән икәүләп сәтләүек ағасына аҫҡандар”, — тип хәбәр һала. Йәлләү ҙә, аяу ҙа юҡ әсә йөрәген.
Ошо хәлдән һуң Минафа инәй үҙ эсенә йомолдо. Былай ҙа һағышлы күҙҙәре тағы ла һағышлана төштө. Урамдан үтеп киткәндә, һыуға барамы ул, көтөү ҡаршылаймы, ҡаҙҙа­рын һыуға, йылға буйына ҡы­уамы, сәстәренә ҡушып үрел­­­гән тәңкәләре, йөрәк әр­нет­кес итеп сыңлап, бәүелеп, оҙата бара кеүек ине.
Бала ҡайғыһын күтәрә алманы буғай, һыҙып-һыҙып ҡына Сабир бабай мәңгелеккә китеп барҙы. Ҡыҙҙары кейәүгә сығып, улы өйләнеп, ҡайҙалыр ситтә, бик йыраҡта тора икән, тигән хәбәр йөрөнө ауыл өҫтөндә. Минафа әбей яңғыҙы тороп ҡалды.
Кистәрен ауыл ҡатындары йыйылышып ойоҡ-бейәләй бәй­лә­гәндә, ул да килә торғай­ны. Ҡулынан бәйләмен төшөр­мәне. Ауылда данлыҡлы балаҫ оҫтаһы ине ул. Уның өйөнә керһәң, бөтә ерҙә — һуғылған түшәк. Түрҙәге кәштәлә бер нисәһе эленеп торор ине. Һике өҫтөндә — күҙҙең яуын алып торорҙай шау сәскәле аҫалы балаҫ. Иҙәнендә — буйлыһы. Эш өҫ­төндә ултыр­ғаны ла күрен­мәне үҙенең. Шулай ҙа бер көн һораным үҙенән:
— Ҡасан һуғаһың ул балаҫ­тарҙы? — тип. Һағыш тулы күҙ­ҙәрен миңә төбәп, Минафа әбей ауыр һулап ҡуйҙы ла:
— Ә төндәр нимә өсөн? — тип яуапланы. Һуңынан, әйтеп ҡа­лырға тырышҡандай:
— Балаларымдың яҙмыш­та­рын барлай-барлай таң атҡанын да һиҙмәйем, матур теләктәр теләп, сағыу итеп һуғырға тырышам балаҫтар­ҙы. Тик балаҡайҙарымдың яҙмышы бигерәк төҫһөҙ булды шул, — тип ауыр көрһөнөп ҡуйҙы.
Кис ултырған саҡтарҙа бер ваҡытта ла кешегә ҡушылып һүҙ һөйләмәҫ, әҙәм тикшер­мәҫ, тыныс ҡына тыңлар ҙа: “Не знайка инде был донъя­ны”, — тип ҡуйыр ине. Уны үҙе юҡта “Незнайка” тип тә йөрөтәләр, яратып ҡына, ихтирам йөҙөнән.
Бер көн ул беҙгә әсәйем янына хәл белергә инде лә, оҙаҡ ҡына сәйләп, һөйләшеп ултырҙы. Күрше булып йәшәп, ғүмер буйы матур ғына бер-береһенә йөрөштө улар әсәй менән. “Ауыр саҡтарымда терәк ул миңә Минафа апай, — ти торғайны әсәйем. — Һүҙ йөрөтмәй, матур кәңәштәр бирә, түҙемлек өлгөһө”. Бер сер ҡапсығы кеүек күрә инем мин бала саҡта Минафа әбейҙе.





(Дауамы бар).


Вернуться назад