Остазының васыятын үтәне11.11.2015
Айгиз Баймөхәмә­товтың “Остазыбыҙ беҙҙе кеше итте” (“Башҡортос­тан”, 2015 йыл, 9 октябрь) тигән мәҡәләһен уҡығанда, шул биттә баҫылған фотоларҙың береһенән ҡарап ултырған олпат ир ниңәлер бик таныш һымаҡ тойолдо. Яҙыуға күҙ һалам: Абдулхалиҡ Чай, тарих фәндәре докторы, академик, Төркиәнең элекке дәүләт министры. “Дәүләт министры” тигән һүҙҙәр миңә бынан ун биш йылдай элек булып үткән бер йылы осрашыуҙы хәтергә төшөрә биреп ҡуйҙы: “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләгән осорҙа миңә лә Төркиәнән килгән бер делегацияны Баймаҡ районы буйлап оҙатып йөрөргә насип иткәйне. Шул кеше түгелме икән?

Артабан уҡыйым: “...2001 йылда илдең рәсми делегацияһы менән Башҡортостанға сәфәр ҡылдым. Уҡытыусымдың тыуған ауылына ла алып барҙылар”. Шул. Хәҙер инде шик ҡалманы. Тимәк, ул сәфәрендә Абдулхалиҡ Чай етәкселегендәге делегацияны Ишембайға ғына түгел, Темәскә лә алып барғандар. Ҡабаланып шул йылдарҙағы яҙмаларымды эҙләргә тотондом. Улары ла өҫтә генә ятҡан. Бына ниҙәр яҙып ҡуйғанмын.
“Төркиә Республикаһы делегацияһы Башҡортостан менән танышыуын дауам итә. 24 ноябрҙә, шәмбе көнө, улар башҡорт халҡының бөйөк улы Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың эҙҙәрен һаҡлаған Темәс ауылы менән танышты.
Төркиәнең дәүләт министры Абдулхалиҡ Мехмет Чай, уның хәләл ефете Семиха Чай һәм делегацияға ингән башҡа ҡунаҡтарҙы Баймаҡ ҡалаһы һәм районы хакимиәте башлығы Рөстәм Сәйетов, ҡала Советы рәйесе урынбаҫары Кирәймәргән Кейекбирҙин, журналистар һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Баймаҡ менән Йылайыр райондары сигендә үк икмәк-тоҙ менән ҡаршы алды. Йылы осрашыу, ҡотлау һүҙҙәренән һуң ҡунаҡтар хужалар оҙатыуында Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы — Темәскә табан юл алды.
Машиналар Темәскә килеп ингәндә эңер төшкәйне. Ҙур ауыл ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы уттарын яғып ҡаршы алды. Ауыл хакимиәте башлығы Рауил Йәнсурин уларҙы Зәки Вәлиди бюсы янына алып китте. Абдулхалиҡ Мехмет Чай әфәнде остазы хөрмәтенә тере сәскәләр һалды. Шунан күмәкләп ауылдың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына йүнәлделәр. Музей Темәс кенә түгел, бөтә Башҡортостан өсөн изге урында — 1919 йылдың 21 февралендә Бөтә Башҡортостандың I хәрби съезы үткән һәм Башҡорт Автономиялы Совет Республикаһын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителгән йортта урынлашҡан. Төркиәнең дәүләт министры музейҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап сыҡты һәм, шул осорҙа Зәки Вәлиди яҙышҡан өҫтәл янына ултырып, почетлы ҡунаҡтар кенәгәһендә яҙыу ҡалдырҙы.
— Мин — Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың иң һуңғы уҡыусыларының береһе, — тине ул, яҙыуына аңлатма биреп. — Уның уҡыусыһы булғаным менән бик ғорурланам. Башҡортостанға, Темәскә килеп, мин уның иң һуңғы васыяттарының береһен үтәнем. Быға бик шатмын. 80 йыл элек Тыуған илен ҡалдырырға мәжбүр булған улын онотмаған, иҫтәлектәрен ҡәҙерләп һаҡлаған халҡын күреп хайран ҡалдым.
Әхмәтзәки Вәлиди Туған бөйөк ғалим ғына түгел, бөйөк сәйәсмән дә булды. Төрөк тарихы тураһында һүҙ йөрөтәбеҙ икән, уға Вәлиди нигеҙ һалғанын оноторға ярамай. Төркиә бөгөн Афғанстан йәки Вьетнам фажиғәләре кеүек бәләләрҙән ситтә ҡала алған икән, мин быны Әхмәтзәки Вәлиди Туған нигеҙ һалған сәйәсәт арҡаһында тип ышаныс менән әйтә алам. Үҙемдең яҙмаларымда ошо фекерҙе аңлатырға тырыштым.
Һуңыраҡ делегация составында тәржемәсе булып килгән төрөк егете — Баймаҡ кейәүе Исмәт Бинәр һөйләп торҙо:
— Өфөлә, юл бик алыҫ, тайғаҡ бит, тип дәүләт министрын был сәфәргә сыҡмаҫҡа өгөтләп ҡаранылар. Абдулхалиҡ Мехмет Чай әфәнде, мин ул кешегә тормошом менән бурыслымын, Башҡортостанға килгәс, уҡытыусым Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың йәшәгән, йөрөгән ерҙәрен күрмәйенсә ҡайтмайым, тип тәҡдимдәрен кире ҡаҡты.
Музейҙы ҡарағандан һуң ҡунаҡтар Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың бюсы алдында ауыл кешеләре менән бергә иҫтәлеккә фотоға төштө, мәсетте инеп күрҙе. Аҙаҡтан Темәс урта мәктәбендә “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Туғандаш Төркиәнән килгән ҡунаҡтар менән әңгәмәләшергә ауыл аҡһаҡалдары, уҡытыусылар, уҡыусылар килгәйне.
Туғандарса, ихлас үткән матур кисәнән һуң темәстәр ҡунаҡтарҙың һәр береһенә ҡурай һәм “Темәс — Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы” исемле буклет бүләк итте. Семиха Чай ханымдың яурынына ап-аҡ шәл яптылар.
— Төркиәгә ҡайтҡас, беҙ Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың улы Сүбиҙәй һәм ҡыҙы Иҫәнбикә менән музейға, ғөмүмән, Темәскә нисек ярҙам итеү тураһында уйлашырбыҙ. Етмеш миллионлыҡ төрөк халҡы Башҡортостан улын мәңге онотмаясаҡ, — тине дәүләт министры хушлашҡанда”.







Вернуться назад