Яҡташтарым — изге ғәмәлдә11.11.2015
Мәһәҙей ауылы мәктәбендә “Ололарҙы ололау — яҡшылыҡтың билдәһе” тигән бик матур кисә үтте. Был осрашыуға мәктәбебеҙҙә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан мәғариф ветерандары Нәғимә Сәйәхованы, Сәғит Хәсәновты, Фәнүзә Ишбаеваны, техник хеҙмәткәрҙәр Фәйрүзә Нәҙершинаны, Рәйсә Насированы, Фәриҙә Маликованы, Сәбилә Ғарифуллинаны, Сәмиға Ирбулатованы, Мөхтәрәмә Дәүләтшинаны саҡырҙыҡ.
Сараны IX класс уҡыусылары Гөлзирә Мөхәмәтйәнова менән Фәнүр Ғәббәсов алып барҙы. Мәктәп етәксеһе Радик Насиров ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙҙы ихлас ҡотлап, матур теләктәрен еткерҙе. Балаларҙың ололарға дан йырлаған сығыштары матур, фәһемле әңгәмәләр менән аралаштырып алып барылды. Концерт ололарыбыҙ күңелендә дәрт, байрам кәйефе тыуҙырҙы. Уҡыусыларҙың бейеүҙәрҙе ҙур оҫталыҡ менән башҡарыуы уларға бик оҡшаны. Һәр сығыш көслө алҡыштарға күмелде.
Оҙаҡ йылдар ошо мәктәптә директор булып эшләгән мәғариф һәм хеҙмәт ветераны Фәнүзә Ишбаева мәктәпкә спорт кәрәк-ярағы бүләк итте. Ҡунаҡтар изге теләктәрен, фәһемле кәңәштәрен еткереп, үҙҙәренә ҡарата ихтирам хистәрен көсәйтте.
Мәктәптә үткән байрамға “Тылсым” магазины хужаһы Гөлсинә Ҡунафина бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте. Байрам аҙағында милли ризыҡтарҙан һығылып торған өҫтәлдә сәй табыны ойошторолдо. Ветерандар советы рәйесе Нурия Сәйәхова, барыһын да байрам менән ҡотлап, хаҡлы ялдағыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Һәүәҫкәр артистар, данлыҡлы “Элгеләү” халыҡ фольклор ансамбле, район бейеүселәр бәйгеһе еңеүсеһе, ветеран уҡытыусы Сәғит Хәсәнов тарафынан шәп концерт ҡуйылды, төрлө ҡыҙыҡлы уйындар, ярыштар үткәрелде.
Ауыл фермеры Миңһылыу Ғүмәрова иһә йәйге осорҙа күпләп һөт тапшырған пенсионерҙарға бүләктәр өләште. Сара йыр-моң менән оҙатылып, бик күңелле барҙы. Музыкаль яҡтан уны мәҙәниәт йортоноң художетво етәксеһе Баязит Сәйәхов биҙәне.
Клуб етәкселеге байрамға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән Сабир Хәсәновҡа, Гөлсинә Ҡунафинаға, Зөфәр Көҫәпҡоловҡа, Миңһылыу Ғүмәроваға, Фәнис Сәйәховҡа, Юлдаш Ғарифуллинға рәхмәтле булыуын белдерҙе.