Быйыл 15-22 декабрендә "ТЮРКСОЙ" бөтә донъя ойошмаһы булышлығында Стамбул ҡалаһы өсөнсө халыҡ-ара "Турквижн – 2015" конкурсын уҙғара.09.11.2015
Быйыл 15-22 декабрендә "ТЮРКСОЙ" бөтә донъя ойошмаһы булышлығында Стамбул ҡалаһы өсөнсө халыҡ-ара "Турквижн – 2015"  конкурсын уҙғара. "Турквижн" – төрки халыҡтары араһында "Евровидения"ның аналогы. Бәйге ярымфинал һәм финалдан ғибәрәт. Ярымфиналда теләген белдергән барлыҡ илдәр ҙә ҡатнашһа, финалға шуларҙың 12-һе генә үтәсәк.
Конкурстың маҡсаты – хәҙерге төрки эстрадаһының музыка сәнғәтен үҫтереү, популяр музыка өлкәһендәге таланттарға донъя кимәлендә булышлыҡ итеү, халыҡ йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү, халыҡ-ара ижади бәйләнештәр булдырыу, төрки халыҡтары һәм илдәре араһында хеҙмәттәшлек нығытыу.
Өфө ҡалаһында конкурстың мәғлүмәт партнеры һәм ойоштороусыһы булып Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт Министрлығы ҡарамағындағы "ТМВ" һәм "Туған тел" телеканалы тора.
5 октябрҙән республика конкурсы башланғыс алды. Уның финалисы республикабыҙҙың данын Төркиәлә яҡлаясаҡ. Бәйге бер-нисә этаптан тора. Финал өлөшөндә концерт үткәреү ҡаралған. Ул Өфөнөң "Башҡортостан" ҡала концерт залында, 11 ноябрҙә була.



Вернуться назад