Егәрленең ҡулы етәү10.11.2015
Егәрленең ҡулы етәү “Раевшәкәр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә татлы продукцияны төрлө һөнәр кешеләре яһай. Бөтәбеҙ ҙә яратҡан ап-аҡ ҡына шаҡмаҡ рафинадты етештереүҙә ниндәй ҡатмарлы технологик процестар ҡулланылыуы тураһында бик аҙҙар белә.
Әммә шуныһы бәхәс­һеҙ: заводта хеҙмәт һалған һәр белгес бер нисә һөнәргә эйә. 18 йыл эшләү дәүерендә Әл­фирә Миңлеғәзим ҡыҙы Хәсәнова ла бик күп шөғөл үҙләштергән. Пред­приятиеға уны сөгөлдөр ташыусы итеп алғандар, артабан центрифугасы, фильтрлаусы булған һәм бына ун йылдан ашыу инде — дефекосатурация аппа­ратсыһы. Төп бурысы – үҙ участкаһында технологик күрһәткестәрҙе тәртиптә тотоу, дефекосатурация режимын күҙәтеү.
Һарыш ҡыҙы, Аксен ауыл хужалығы техникумын тамамлағас, за­вод­ҡа эшкә урынлаша. Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһындағы Урал дәүләт академи­яһында ситтән тороп белем ала. Бер үк ваҡытта штукатур-буяу­сы һөнәренә лә эйә була. Йыл һайын завод­тағы ремонт эштәре ваҡытында Әлфирә Хәсәнова был йәһәттән дә үҙ оҫталығын күрһәтә. Быйыл ул цехтарҙа плитә түшәгән. Коллегалары әйтеүенсә, яҡшы спортсы ла. Районда уҙғарылған саңғы ярыштарында бер нисә тап­ҡыр завод исеменән уңышлы сығыш яһаған.
Әлфирә Хәсәнованың хеҙмәт кенәгәһендә тик бер генә яҙма – шәкәр заводына урынлашыу. Ул яҙмышын туған пред­приятиеһынан башҡа күҙ алдына ла килтермәй, сөнки бында эшләү – уның булмышы.







Вернуться назад