“Татлы тамыр” әсе тиргә үҫә10.11.2015
“Татлы тамыр”  әсе тиргә үҫә Быйылғы һауа шарттарында әллә ни мул уңыш алынмағандыр ул тип шикләнеүселәрҙе тынысландырабыҙ: Башҡортостанда 1 миллион тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө йыйылған. Гектар ҡеүәте — уртаса 260 центнер. Республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, быйылғы күрһәткестәр былтырғыға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ.
“Себеш”тәрҙе һанағанда Ба­ҡалы районындағы “Чернов” крәҫ­тиән (фермер) хужалығының тос өлөшөн дә билдәләргә кәрәк. Предприятие бынан бер нисә йыл элек кенә эш башлаған тип әйтмәҫһең дә: ҡиммәтле техника, заманса агрегаттар, юғары уңыш күрһәткестәре, ҙур-ҙур пландар. Әле яңыраҡ ҡына 32 миллион һумға “ROPA Panther” сөгөлдөр йыйыу машинаһын һатып алғандар. Бындай техника ошоғаса Рәсәйҙә Алтай крайында ғына булған. Икенсеһе — Ба­ҡалыла. Ҡыҫҡаһы, мөмкинлектәр бар, шуға күрһәткестәр ҙә шәп. Былтыр, мәҫәлән, хужалыҡ “татлы тамыр”ҙы 800 гектар майҙанда ғына үҫтереп алһа, быйыл ошо культура өсөн 2000 гектар ер бүленгән. Киләһе миҙгелгә май­ҙанды ике тапҡырға арттырырға иҫәп тоталар.
— Ауыл уңғандарҙы ярата. Бөгөн тир түкмәйенсә етеш йәшәп булмай. Әгәр беҙҙең яландарҙы ҡиммәтле техника иңләй, хеҙмәт­кәрҙәребеҙ юғары эш хаҡы ала икән, тимәк, тырышлығыбыҙ юҡҡа түгел, — ти фермер Вячеслав Чернов. — Мин дә әҙергә килеп ултырманым. Аксен ауыл хужалығы техникумын тамам­лағас, республика хужалыҡтарын­да практика үттем, эшләргә өйрәндем. Ауыл хужалығы ер эше менән генә сикләнмәй ул. Бында иҡтисадсы ла, ойоштороусы ла, хат­та психолог та булырға тура килә.
Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы тармағы яйлап ҡы­на ҡул көсөнән индустриаль алым­дарҙы үҙләштерә. Хәтере­геҙҙәлер, әле нисә йыл элек кенә шул уҡ сөгөлдөрҙө лә ҡар яуғанға тиклем йыйып, мәктәп уҡыусы­лар­ын да йәлеп итеп мәж килә торғайныҡ. Ә хәҙер нисек? Мәҫәлән, бөгөн “Чернов” хужалы­ғының яландарын тәүлегенә 120 гектар майҙанды эшкәртеү ҡеүәтенә эйә сит ил машиналары иңләй. Һөҙөмтәлә килем дә юғары. Элек былар хыялда ғына ине. Хыялдар тормошҡа аша...






Вернуться назад