Яңыраҡ миңә ҙур ғалимдарыбыҙ — Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, физика-математика фәндәре докторы Марат Илһамов, Башҡортостан Фәндәр академияһы ағзаһы, Энергия ресурстарын ташыу проблемалары институтына 34 йыл етәкселек иткән техник фәндәр докторы Әсғәт Ғүмәров менән ултырҙаш булырға насип иткәйне. Шағир әйткән шөһрәт атының ялын һыйпап ҡарау түгел, уны күптән эйәрләп менгән зыялы ағайҙарымдың тормош юлы ла, әле булһа ҡайнап торған эшмәкәрлеге лә — мауыҡтырғыс һәм һабаҡ алырлыҡ оло ҡисса.
Фәндә уларҙың хеҙмәттәре, физика, математика, механика кеүек ишетер ҡолаҡҡа яғышһыҙ өлкәләргә ҡағылғас, гәзит-журнал сәхифәләрендә бигүк күренеп бармай. Ғалимдарҙың һеҙ “Асыҡларға кәрәк” телевизион тапшырыуында һөрән һалып, “Арыҫлан” ир-егеттәр клубында тел сарлап ултырғанын күрмәҫһегеҙ. Нисәмә йылдар яҡын мөнәсәбәттә булһам да, мин уларҙан “эшләйбеҙ” тигән һүҙҙе лә ишетмәнем.
Әммә бөгөнгө һүҙҙең әтнәкәһе икенсерәк юҫыҡта. Әсғәт Ғәлимйән улы тыумышы менән Дүртөйлө районының Иҫке Байыш ауылынан. Мәғлүмдер, дүртөйлөләр эшкә тилбер, төҫ-башҡа күркәм халыҡ ҡына түгел, итәк тулы бала менән ғүмер кисерергә лә ғәҙәтләнгән. Бына Ғүмәров ағайҙың атай яғынан бер туғаны, хәләл ике ҡатыны менән, ун һигеҙ балаға ғүмер биргән. “Бер мәл, дәртләнеп китеп, туған-тыумасаларҙың йәмғеһен дә йыйып алырға булдым, — тип әлеге фекерҙе дауам итә ул. — Дәртләнеү менәнме, бер аҙ ҡаушап ҡалдым бит — ике йөҙ утыҙҙан күберәк яҡын туғаным бар икән. Был хәтлем ғәмде Өфөләге фатирға саҡырыу мөмкин түгел. Ахырҙа, ыҡсым ғына һабантуй рәүешендә, ауылда майҙан ҡорҙоҡ. Йәй башланып ҡына торғанда беҙҙең яҡта ожмахтың “филиалы” булғанлығын беләһең дә инде”. Ғәжәп алсаҡ кеше, Әсғәт ағай миңә күҙ ҡыҫып та өлгөрә. Әллә тыуған яҡтарын, әллә туғандарын хәтерләгәнме, уның тут яҡмаған йөҙө йәнә балҡып китә.
Был хәбәрҙе тыңлағас, Марат Әҡсән улы ла уйланғандай итте. Илһамовтар ырыуы ла ишле бит. Марат ағай — ғаиләлә ун баланың төпсөгө. Тәхәүетдин хәҙрәттең Әбйәлилгә генә түгел, бар Рәсәйгә таралған тоҡомдарын йыя алғанда, Илһамовтар Ғүмәровтарҙан кәм һабантуй үткәрмәҫ ине.
Өҫтәл артында бер аҙға ғына тын ҡалдыҡ. Марат Әҡсән улы әлеге мәлдә Оло Ҡыҙыл буйында, атаһы, әсәһе Фатима апай эргәһендә. Әсғәт Ғәлимйән улы, бәлки, океан кисеп, Ҡушма Штаттарҙың Мэриленд университетында уҡытҡан улы, президент Обама ҡулынан Маҡтау ҡағыҙы алған ейәнсәре янына барып әйләнгәндер...
Быйылғы йыл Башҡортостанда Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы тип рәсми рәүештә иғлан ителһә лә, балаң һәм ғаиләң тураһында күрһәтмә буйынса уйлау мөмкин түгел. Артабан, бала һәм ғаилә — бер ниндәй үлсәүҙәргә һыйғыһыҙ рухи хазина һәм ул хазинаны нығытып та, бушатып та булмай. Мәсьәлә бында тәрбиә, балалар менән ата-әсәләр араһындағы мөнәсәбәт, мөғәмәләләр мәҙәниәте тураһында барырға тейештер. Ошо юлдар авторына Марат Илһамовтың тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған “Формула прочности” тигән китап яҙырға тура килгәйне. Академиктың әле булһа инаныуынса, баланы өҙлөкһөҙ нотоҡ уҡып та, тиргәп тә, мәжбүр итеп тә тәрбиәләү мөмкин түгел. Уға йыйылыш та, педсовет та кәрәкмәй. Илдәге күпселек ғаиләләр балаларына нимә ашатырға, өҫтөн нисек бөтәйтергә тигән хәстәрлек менән йәшәй. Бала бәғер ите булған ғаиләләрҙә лә ата-әсәгә педагогика һәм тәрбиәләү нескәлектәре тураһында уйланырға әмәл булмай. Атаһы менән әсәһендәге холоҡ-ғәмәлдәр, көҙгөләге һымаҡ, бала фиғелендә лә сағыла. Ишле ғаиләләрҙә балалар бер-береһенә оҡшарға, өлгөгә эйәрергә ынтыла, уларҙа арҡаланыу, таяныс тойғоһо ҙур урын биләй. Балаларының бер-береһенән уҙырға тырышыуын, холоҡ-фиғелендәге, уй-ниәттәрендәге үҙенсәлектәрҙе аҡыллы ата-әсә, ипле генә итеп, тейешле йүнәлешкә бора бара. Халыҡтың: “Ҡулың пак булһа, йөҙөң аҡ булыр, эшең хаҡ булһа, ғаиләң шат булыр”, — тип әйтеүе шунан киләлер инде.
Йүнле әҙәм балаһы Хоҙай, Әсә тураһында һис ҡасан да сафсата һатмай. Йыш кейгән күлдәк тиҙ уңған кеүек, изгеләр хаҡында тел сарлау уларҙы түбәнһетә. Йөрәгеңдең барлығын белһәң дә, уның тибеүе тураһында һәр даим уйлап йөрөмәйһең бит. Юғарыла хәтергә алынған китап мәсьәләһендә һөйләшеп ултырғанда Марат Әҡсән улының әйткәне булыр. “Ватан тойғоһо сит илдә оҙаҡлап киткәндә көсәйә, — тигәйне профессор. — Әлбиттә, Ватан тигәндән бөтөн ил, уның сәйәси системаһы, ҡырағай тәртиптә, иҫ-аҡылдан яҙырлыҡ алйотлоҡ, әҙәм рәүешен юғалта барған халыҡ түгел, бәлки һине тартып торған тәбиғәт, яҡын күргән ҡалалар һәм ауылдар, ә иң мөһиме — туғандар, дуҫтар, хеҙмәттәштәр күҙ алдына килә. Һүҙҙең нимә тураһында барғанын, хәйер, аңлап тораһың инде. 1992 йылда ҡатыным менән Төньяҡ Каролинала, Дюк университетында, алты ай йәшәгәйнек. Иртәнге сәй ваҡытында бер-беребеҙгә төштәребеҙҙе һөйләйбеҙ. Ә улар — йә бала саҡ, йә Әйүкә тауы, йә йәмле Ҡыҙыл буйҙары тураһында, йә иһә Ҡазанға ҡайтып әйләнәбеҙ. Әммә Америка төшкә ингән осраҡ булманы”.
Тәрбиә. Ҡиммәттәр. Уны хаталанмай ғына бойомға ашырыу өсөн теүәл рецепттар бармы икән? Улар ҡайһы төпкөлдәрҙә һаҡлана ла ниндәй хазиналарға торошло икән? Ауылда бер ағайым әйтмешләй, ғәләмәт заман килде инде: ғүмерендә бала һөйөп ҡарамағандар бала тәрбиәләргә өйрәтә, шаҡшылыҡ шашынған һайын рухиәт тураһында дәртләнеп сафсата һатабыҙ, күп әсәләр ҡатын-ҡыҙ сифатын юғалта барғанда, ғаилә ҡиммәте хаҡында һүҙ ҡуйыртабыҙ. Барлыҡ кешелекте һөйөү еңел ул, һин айырым кешене яратып ҡара тигәндәй, гәзит битендә йә телевизорҙа тәрбиә мәсьәләләрен күтәреү — бер, фекерҙәреңде үҙ ғаиләң миҫалында нығытыу — бөтөнләй икенсе эш. Һүҙ менән ғәмәлдең тап килмәүе лә юғары әхлаҡ өлгөһө була алмай.
Ғаилә, балалыҡ, уларға бәйле рухи ҡиммәттәр тураһында һүҙ алып барғанда, әлбиттә, төп урынды бала биләйҙер. Рәсәй дәүләтенең донъяла мәртәбәһенән яҙа барыуы ла халҡының аҙайыуына, баланың йәмғиәттә үгәйһетелгән хәлдә булыуына бәйлелер. “Бәхетле бала сағыбыҙ өсөн рәхмәт һиңә, Тыуған илкәйем!” — тип әйтеү хәҙер урынһыҙ, хатта мыҫҡыл итеү һымаҡ яңғырар ине. Ата-әсәһе тере көйө етемлектә үҫеүсе, урамдарҙа теләнселектә йөрөүсе, балалар баҡсалары, мәктәп ишектәрен белмәүсе йөҙҙәрсә мең балаһы булған ил үҙе лә бәхетлеләр иҫәбенә инәме икән?
Сыңғыҙ Айтматовтың “Кассандра тамғаһы” тигән фәлсәфәүи романында әсә ҡарынындағы сабыйҙың үҙен көтмәгән, теләмәгән донъяға килеүҙән баш тартыуы һәм ошо фажиғәле билдәнең әсә маңлайына тамға булып сығыуы тураһында уйҙырма килтерелә. Яҙыусы фантазияһы менән тыуған риүәйәттең нигеҙендә, бәлки, беҙ әлегә айышына төшөнә алмаған генетик законлылыҡ яталыр? Һәр хәлдә, сабыйҙарҙың аҙ тыуыуын донъяның боларыуы, ғүмер итеү өсөн ерҙең яраҡһыҙ була барыуы менән бәйләге килә.
Элегерәкке замандарҙа һәр ҡәүем тип әйтерлек ғаиләлә балаларҙың ишле булыуын өҫтөн күргән. Хәтерегеҙҙәме, халҡыбыҙҙың килен ҡаршылау теләгендә ошондай һүҙҙәр бар:
Йылҡыларың ҡолонлап,
Яландарҙы тултырһын.
Ырыу-ырыу балаларың,
Ауыл-ауыл ултырһын.
Урыҫтар ҙа балаһы аҙ ғаиләләрҙе бәхетһеҙгә һанаған. Баҡый китер алдынан ҡарттар: “Ғүмер заяға үтмәне, шөкөр. Ана нисәмә ейәнем үҫеп етте”, — тип ризалыҡта бәхилләшер булған. “Российская газета”ның 2002 йылғы июль һанын хәтерләйем. Смоленск өлкәһендә йәшәүсе Анна Ивановна менән Василий Васильевич Шишкиндарҙың ғаиләһе тураһында мәҡәлә баҫылғайны. Улар, үҙҙәре әйтмешләй, “ун ғына” бала табып үҫтергән икән. Ә бына уларҙың улдары Александр — 19, Зоя — 11, Петр — 9, Елена, Николай — шунса уҡ, Ольга — 7, Алексей — 6, Екатерина — 5, Галина — 4, Людмила ике балаға йән биргән. Ул йылға Шишкиндарҙың 81 ейәне һәм 13 бүләһе булған. “Балаларҙың кеселәре өлкәндәренән ҡалышмаҫ ул, хатта артырҙар әле, — тип дәртләнә Шишкиндар. — Беҙҙең ғаиләләрҙә айырылышыу-фәләнде белмәйҙәр”, — тип тә өҫтәйҙәр.
Ил башлығы фарман сығарғас, ғаилә, тәрбиә, ата-әсә бурысы һәм башҡалар тураһында йәнә дәртләнеп һөйләшеп, пландар ҡороп, эшләгән булып йүгерешеп алырбыҙ. Әммә әсә менән атаның ҡәҙере китһә, ғаилә урынын “гражданлыҡ никахы” ғына биләһә, сабый ҡыуаныстан көйөнөскә ҡалһа, ныҡлығыбыҙ менән рухыбыҙҙан ни фәтүә?
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.